Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Ноябрь 2022, 09:35

2023 йылда яңы пособие буласаҡ

Президент әйтеүенсә, был дәүләт ярҙамы әле тормошҡа ашырылған түләүҙәр менән берлектә яңы бала тыуған ғаиләләрҙе лә, быға тиклем балалары булған ғаиләләрҙе лә яҡлауға мөмкинлек бирәсәк.

2023 йылда яңы пособие буласаҡ
2023 йылда яңы пособие буласаҡ

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан 17 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләр өсөн берҙәм пособие булдырыласаҡ. Уны түләү механизмы власть органдарының айырым контроленә алынасаҡ. Берҙәм пособиены юллау һәм алыу граждандар өсөн ябай, аңлайышлы һәм уңайлы булырға тейеш, тип белдерҙе Владимир Путин балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙе яҡлауға арналған кәңәшмә ваҡытында. Президент әйтеүенсә, был дәүләт ярҙамы әле тормошҡа ашырылған түләүҙәр менән берлектә яңы бала тыуған ғаиләләрҙе лә, быға тиклем балалары булған ғаиләләрҙе лә яҡлауға мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: