Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Октябрь 2022, 10:55

Әсәлек капиталын файҙаланыу процесы тиҙләтелде

Хәҙер аҡсаны Пенсия фондының клиент хеҙмәттәренә бармайынса ла тотонорға мөмкин

Әсәлек капиталын файҙаланыу процесы тиҙләтелде
Әсәлек капиталын файҙаланыу процесы тиҙләтелде

Башҡортостанда әсәлек капиталы сертификатын алған ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн аҡсаны Пенсия фондының клиент хеҙмәттәренә бармайынса ла тотона ала.

Бының өсөн банкка мөрәжәғәт итеү ҙә етә, банк иһә тейешле документтарҙы Пенсия фондына тапшыра. Республиканың 16 кредит ойошмаһы — Һаҡлыҡ банкы, ВТБ, Газпромбанк һәм башҡалар менән ошондай килешеүҙәр төҙөлгән.

«Банкта торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн кредит алғанда әсәлек капиталы аҡсаһын кредит буйынса төп бурысты түләү йәки тәүге иғәнәгә тотоноу тураһындағы ғариза ла бирелә. Ипотека кредиттары булған һәм әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтергә теләгән ғаиләләр ҙә кредит алған банк аша ғариза бирә ала», — тине Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Фото: yandex.ru

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: