Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Сентябрь 2022, 15:45

Ғүмерең менән түләгең киләме?

Ошо юлдан үткән һайын (йәйәүме, руль артындамы) ҡарашым юл ситендәге венокка төшә. Быйыл йәй был урында ҡот осмалы фажиғә булды. Өйөнә ҡайтып еткән 14 йәшлек малайҙы юғары тиҙлек менән барған машина төкөп китә...

РЕЙД

Ғүмерең менән түләгең киләме, йәки юл хаталарҙы ғәфү итмәй

Ошо юлдан үткән һайын (йәйәүме, руль артындамы) ҡарашым юл ситендәге венокка төшә. Быйыл йәй был урында ҡот осмалы фажиғә булды. Өйөнә ҡайтып еткән 14 йәшлек малайҙы юғары тиҙлек менән барған машина төкөп китә. Руль артындағы ир ҙә, уның пассажирҙары ла – барыһы ла иҫерек булғаны билдәләнә. Ә үҫмергә өйөнә ни бары бер нисә аҙым ҡалған була. Бына ул юл ситенән төшөр һәм өйөндә булыр ине. Юҡ, бер нисә секунд барыһын да хәл итә

Был малай хәҙер юҡ. Уның “Нур” магазинына йылмайып килеп инеп, икмәк, һөт алып сығып киткәнен күрә инем. Йә эшләпәһен кейеп алып, урам буйлап, ихлас йылмайып үтеп китә. Кемдеңдер битарафлығы, уйлай белмәгәне өсөн 14 йәштә өҙөлгән ғүмер...

Йыл һайын бындай фажиғәләр юлдарҙа ҡабатланып тора. Әммә руль артындағылар уларҙан фәһем алырға ашыҡмай.

Юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү, фажиғәле аварияларҙы булдырмау өсөн Баймаҡ ЮХХДИ-һы инспекторҙары йома көндө рейдҡа сыҡты. Ул кис башланып төнгө икегә тиклем дауам итте. Юл инспекторҙарының маҡсаты иҫерек килеш руль артына ултырғандарҙы һәм бер ниҙән ҡурҡмай, оло юлдан, скутерҙар, мотоциклдарҙа елгән үҫмерҙәрҙе туҡтатыу ине.

 

Мопедта елеп барған балиғ булмаған малай, ДПС машинаһын һуң ғына күреп ҡалды, шикелле. Ул һис һүҙһеҙ туҡтаны (юғиһә ҡасып маташҡан балалар ҙа була). Баланың ата-әсәһе асыҡланып, протокол төҙөлдө. Баймаҡ ЮХХДИ-һының баш дәүләт инспекторы, өлкән лейтенант Заһир Байбулов бер аҙна эсендә мотоциклда өс үҫмерҙең тотолоуын һөйләп үтте. “Ата-әсәләр ҡурҡмайынса балаларына скутер, мотоцикл һатып алып бирә. Хәҙер юлда хәрәкәт бик көслө. Өҫтәүенә, балалар юл ҡағиҙәләрен дә белмәй. Шуға күрә уларҙың ҡатнашлығы менән авариялар ҙа булып тора. Һөҙөмтәлә, ата-әсәгә 30 мең һум штраф һалына”,-тине ул.

“Балаларҙы, айырыуса үҫмер малайҙарҙы йыш ҡына скутерҙан айырып булмай бит. Бындай осраҡта ата-әсәгә ниҙәр кәңәш итер инегеҙ?”-тигән һорауыма Заһир Зөфәр улы: “Балаларҙы уҡытырға. ДОСААФ-та “М” категорияһына 16 йәштән уҡыйҙар. Уҡып алған үҫмерҙәр юл ҡағиҙәләрен дә беләсәктәр, тимәк, ниндәйҙер кимәлдә һаҡлаулы ла буласаҡтар”,-тип яуап бирҙе.

Икенсе мәсьәлә тағы ла киҫкенерәк. Ул руль артына иҫерек килеш ултырған водителдәргә ҡағыла. “Үкенескә ҡаршы, бер мәртәбә эсеп тотолған, “праваһыҙ” ҡалғандар ҙа, яңынан шул хәлдә килеп тотола. Ундайҙарҙы суд ҡарары ла, штрафтар ҙа ҡурҡытмай. Бер үк енәйәтте ҡабатлауын дауам итәләр. Енәйәтте тип бушҡа әйтмәйем. Сөнки иң күп авариялар, юл фажиғәләре нәҡ эскән водителдәр арҡаһында була”,-тип һөйләп үтте Заһир Зөфәр улы.

Рейд барышында ике кешенең руль артына эскән килеш ултырыуы билдәләнде. Улар быны “әҙ генә эстем”, “күрше урамға ғына барып етергә кәрәк бит” тип аңлатып маташты. Әммә уларға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.

Рейд барышында барыһы 21 протокол төҙөлдө. Улары юғары тиҙлек, йәйәүлеләр үткәүелендә туҡтамау, ярамаған урынға машинаны ҡуйыу һ.б. ҡағылды.

“Юл инспекторҙарының рейдтар үткәреүе, байрам-ял ваҡытында һәр боролошта баҫып тороуы ғына ҡурҡыныс аварияларға ҡаршы тора алмай. Руль артындағылар үҙҙәре уйланырға һәм ҡағиҙәләре теүәл үтәргә тейеш. Машинаға тик айыҡ килеш, яҡшы хәлдә ултырырға кәрәк. Руль артында телефондан һөйләшеү, смс яҙыу, башҡа нәмәләргә иғтибарыңды йүнәлтеүҙе онот. Һин үҙең өсөн генә түгел, ә юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡалар алдында ла яуаплы. Әгәр һәр водитель ошо хаҡта онотмаһа, фажиғәләр ҙә күпкә кәм булыр ине. Ә инде балаларына скутер һатып алып биреп, уны оло юлға сығарып ебәргән ата-әсә төрлө хәбәргә әҙер булырға тейеш. Сөнки юл – хаталарҙы ғәфү итмәй. Ябай ҡағиҙәне боҙған өсөн дә үтә ҡиммәт хаҡ – ғүмерең, һаулығың менән түләргә тура киләсәк”,-тип иҫкәртте барыһын да Заһир Зөфәр улы.

Эйе, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең рейдтары үҙ һөҙөмтәһен бирә: машиналар тиҙлеген кәметә, бер нисә сәғәт элек кенә елдереп йөрөгән скутерҙар юҡҡа сығып бөтә. Әммә был фажиғәләрҙән һаҡланыу юлы түгел бит. Яҡындарыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһын кисермәҫ өсөн ҡан менән яҙылған юл ҡанундарына буйһонорға ғына кәрәк.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: