Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Июнь , 20:00

Ғүмер көҙөн кем биҙәр?

Балалары ҡулдарына ҡалған өлкәндәр яҡшылап тәрбиәләнмәй, хатта ас ултырған осраҡтар ҙа бар. Әҙме килендәренән генә түгел, ә үҙ балаларынан да туҡмалған әсәләр? Был ҡот осмалы хәл кешелектең түбәнгә тәгәрәүен, кешелектең юҡҡа сығыуын күрһәтә. Пенсия карточкалары балалары ҡулында булып, үҙҙәре кәрәкле дарыу ҙа ала алмай ултырған өлкәндәрҙең булыуы ла борсоуға һала...

Ғүмер көҙөн кем биҙәр?
Ғүмер көҙөн кем биҙәр?

Көн ҡаҙағында

Ғүмер көҙөн кем биҙәр?

Был ауыр мәсьәлә менән күптәр таныштыр, тип уйламайым. Әммә социаль өлкәлә эшләүселәргә, шулай уҡ ветерандар советтарына көн дә тиерлек ошондай хәл-ваҡиғаларҙы тикшерергә тура килә.

Һүҙ – ҡарттар тураһында. Эйе, йәш саҡта ғүмер көҙө һиңә бер ҡасан дә килмәҫ кеүек тойола. Һаман шулай йүгереп йөрөрмөн, емерә баҫып атлармын, тип уйлай күптәр. Ысынында ҡартлыҡ һәр тере йән эйәһенең ишегенә шаҡый. Һаулығың бик үк борсомай, үҙ аҡылыңда булып, атлап йөрөй алһаң ярай ҙа, әммә күп өлкәндәр был сифаттар менән ғорурлана алмай. Зиһен тарҡала, аяҡтар ҙа элекке кеүек тотмай, сынаяғың да ҡулыңдан шыуып төшөп кенә бара... Ә күптәргә бала аҡылы ла инә.

Бер таныш апайҙың ни өсөн: “Хәҙер генә аңланым, ни өсөн әсәйем мәрхүмә “кеше ҡулына ҡалырға яҙмаһын, аҡылымды алмаһын, үлтерә генә һуҡһын” тип йыш теләк теләүен. Әсәйем ысынлап та ҡапыл китеп барҙы. Ә ҡәйнәм туҡһанын үтеп мәрхүмә булды. Шуның ун йылдан ашыу ғүмерен бер нәмә лә аңламай үткәрҙе. Ул үҙен берсә кескәй бала, берсә яңы кейәүгә сығырға йөрөгән ҡыҙ тип уйланы. Ошо ваҡыт эсендә иремдең дә, минең дә нервым ҡаҡшаны. Әммә бер ауыр һүҙ әйтмәнек, матур итеп тәрбиәләнек. Үлә торған көндө ҡапыл зиһене асылып, барыһын да хәтерләп, матур итеп бәхилләште, фатихаһын бирҙе. Үҙем ултырып илаған саҡтар әҙ булманы: ҡәйнәм туҡтауһыҙ мыжыны, әрләне, өй уртаһына ут та төрттө. Түҙҙек һәм ҡә:ҙер иттек. Шуға хәҙер күңелем тыныс”,-тип шөкөрана ҡылғанын, ололарҙы көткән күптәр аңлар.

Дин буйынса ла, кешелек ҡанундарына ярашлы ла, атай-әсәйҙәребеҙҙе һуңғы көнөнә тиклем ҡәҙер итеү беҙҙең изге һәм мотлаҡ үтәй торған бурысыбыҙ. Ҡасандыр улар беҙҙе төн йоҡоларын ҡалдырмай ҡараны, тәрбиәләне, үҫтерҙе бит. Әммә күп кенә ололарҙың, бигерәк тә һаулығы ҡаҡшағандарҙың, балалары тарафынан рәнйетелеүе хафаға һала. Өлкәндәрҙең, пенсияһын тартып алыу өсөн генә, бер балаһынан икенсеһенә күсерелеп йөрөтөлөүе ауыр күренеш. Күмәк бала тәрбиәләп үҫтергән әсәгә лә, атаға ла ғәзиз ул һәм ҡыҙҙары янында урын табылмай. Табылһа ла – тик аҡса өсөн. Әгәр инде өлкән кешенең фатиры йә йорто булһа, уның өсөн талаш оҙайлы йылдарға һуҙыла, эш судҡа барып етә. Хәҙерге ваҡытта бер-береһе менән судлашып йөрөгән бер туғандар ҙа күп. Беҙҙең милләткә хас күренеш түгел ине был. Тормош ҡатмарлығы кешеләрҙе шундай хәлгә еткерҙеме әллә кешелеклелек сифаттары бөтөнләй юҡҡа сығамы – белмәйем. Балалары ҡулдарына ҡалған өлкәндәр яҡшылап тәрбиәләнмәй, хатта ас ултырған осраҡтар ҙа бар. Әҙме килендәренән генә түгел, ә үҙ балаларынан да туҡмалған әсәләр? Был ҡот осмалы хәл кешелектең түбәнгә тәгәрәүен, кешелектең юҡҡа сығыуын күрһәтә. Пенсия карточкалары балалары ҡулында булып, үҙҙәре кәрәкле дарыу ҙа ала алмай ултырған өлкәндәрҙең булыуы ла борсоуға һала. Был ололарҙың хоҡуҡ һаҡсыларына бер шылтыратыуы етер ине, әммә улар үҙ балаларына яманлыҡ теләмәй, һәр саҡ уларҙы аҡлай һәм яҡлай. Ә инде һаулығы ҡаҡшаған, бала аҡылы ингән өлкәндәрҙең һуңғы көндәре тулыһынса балаларының намыҫында. Үкенескә ҡаршы, улар араһында бер бүлмәлә бикләп тотолған, йүнләп ашарына ла булмаған ипнәйҙәр осрап ҡуя.

Эйе, өлкән кешене ҡарауы еңелдән түгел. Әммә был һеҙҙе аяҡҡа баҫтырған ғәзиз кешегеҙ булыуы хаҡында бер мәлгә лә онотмағыҙ. Әгәр бик тә ауыр булһа, атай-әсәйегеҙҙе рәнйетеп көткәнсе, уларҙы ҡарттар йортона тапшырығыҙ. Сөнки унда өлкәндәрҙе матур итеп ҡарау ойошторолған. Ә аҡса ... Аҡса бер ҡасан да етмәй ул. Донъялағы иң ауыр гонаһ – әсә рәнйеше һәм ата күҙ йәштәренән ҡурҡығыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в