Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Апрель 2022, 10:20

Ҡалала ете күп фатирлы йорт "зәңгәр яғыулыҡ"һыҙ ҡалды

Кисә Баймаҡ ҡалаһының ете күп фатирлы йорто газһыҙ ҡалды. Хужабикәләр әле ҡайнап ҡына килгән киске ашына, бәғзеләре яңы ҡыҙҙырырға ҡуйған табалағы ризығына ҡарап, аптырап ҡалды. Бер юлы 1200 кеше “зәңгәр яғыулыҡ”һыҙ ҡалып, фатирҙарҙа тормош туҡтап ҡалғандай булды. Сөнки аш-һыуҙы әҙерләүҙе беҙ күптән газ плитәһеҙ күҙ алдына килтерә лә алмайбыҙ, һирәк фатирҙа электр приборҙары тотола...

Ҡалала ете күп фатирлы йорт "зәңгәр яғыулыҡ"һыҙ ҡалды
Ҡалала ете күп фатирлы йорт "зәңгәр яғыулыҡ"һыҙ ҡалды

Кисә Баймаҡ ҡалаһының ете күп фатирлы йорто газһыҙ ҡалды. Хужабикәләр әле ҡайнап ҡына килгән киске ашына, бәғзеләре яңы ҡыҙҙырырға ҡуйған табалағы ризығына ҡарап, аптырап ҡалды. Бер юлы 1200 кеше “зәңгәр яғыулыҡ”һыҙ ҡалып, фатирҙарҙа тормош туҡтап ҡалғандай булды. Сөнки аш-һыуҙы әҙерләүҙе беҙ күптән газ плитәһеҙ күҙ алдына килтерә лә алмайбыҙ, һирәк фатирҙа электр приборҙары тотола. Сөнки электр плитәһендә әҙерләү аҡсаны һура ғына.

Был киҫкен хәл буйынса район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тейешле ведомство етәкселәре менән ашығыс кәңәшмәгә йыйылды. Һөҙөмтәлә, был ете күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең фатирҙа йылыны тартыу көсө һәм вентиляция торбаларының тейешле сифатта эшләүе тураһындағы белешмәһе (справка №20 тип атала ул) булмауы асыҡланды. Бындай белешмә йылытыу миҙгеле башланыр алдынан уҡ алына. Бының өсөн идара итеү компанияһы фатирҙар буйлап йөрөп сыға, уларҙың елләтеү системаһын тикшерә һәм белешмә бирелә. Ошонан сығып фатирҙарҙа “зәңгәр яғыулыҡ”ты ҡулланыу рөхсәте бирелә лә. Әммә был ете күп фатирлы йорттарҙа эш ваҡытында үтәлмәгән.

Проблема нимәлә һуң? Тәү сиратта, фатирҙа йәшәүселәрҙең үҙендә. Идара итеү компанияһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, күп кешеләр уларҙы фатирына индермәй. Бәлки, был сит-яттан ҡурҡыуҙан киләлер, бәлки, эштең ни тиклем етди булыуын аңламауҙандыр. Бынан тыш бикле торған фатирҙар ҙа күп. Уларҙың хужалары йә себерҙә, йә икенсе урында йәшәй.

Фатирҙарҙың елләтеү системаһы ни өсөн ныҡлы контролдә тотолоуын һәр кем аңлайҙыр. Сөнки быйыл Бөрө ҡалаһындағы фажиғә бар республиканы тетрәндерҙе. Унда вентиляция торбаларының яҡшылап эшләмәүе һәм фатирҙа тартыу көсөнөң булмауы арҡаһында ике ҡатын һәм өс бала һөрөм еҫенән һәләк булды. Тейешле етәкселәр бының өсөн енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды. 

Һәр кем газдан килгән еҫтең ни тиклем аҫтыртын эш итеүен аңлайҙыр. Кеше уны бер-икене һулағандан һуң аңын юғалта һәм уянмай. Йоҡлап ятҡан саҡта таралған газ еҫе үтә лә хәүефле. Шуға күрә ете күп фатирлы йорттоң был тикшереүҙе ваҡытында үтмәүе һөҙөмтәһендә газһыҙ ҡалыуы аңлашыла. Әммә был хәлде булдырмаҫҡа ла булыр ине. Һәр йорттоң үҙ комитеты һәм уның рәйестәре бар. Тимәк, йәй көндәрендә үк һәр подъезда йыйылыш үткәреп, елләтеү системаһын ни өсөн тикшерергә кәрәклеген аңлатырға кәрәк булған. Ул саҡта бындай хәл килеп тыумаҫ ине.

Әлеге ваҡытта ике махсус бригада төҙөлдө. Улар йорттар буйлап йөрөп елләтеү системаһын тикшерә. Был эште тулыһынса башҡарыуға ваҡыт талап ителеүе (кәмендә бер аҙна) яҡшы аңлашылалыр.

Шулай ҙа күңелемдә һорау ҡалды. Ҡалала ошо ете күп фатирлы йорттарҙан тыш тағы ла күп ҡатлы йорттар бар. Әммә улар был белешмәне ваҡытында алып өлгөргән һәм газ менән бер ниндәй проблемалары юҡ. Тимәк, атта ла, тәртәлә лә бар шул ғәйеп...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: