Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Март 2022, 16:57

Байғусҡаров ҡурай яҡлы

Өфө ҡалаһы хакимиәте баш ҡаланың Үҙәк баҙар янындағы транспорт ҡулсаһын төҙөкләндерергә йыйына. Ошоға ярашлы, бында ҡулса урынында "П" формаһындағы юл саты булдырылып, уртаһында сквер урынлашасаҡ. Баш ҡала хакимиәте скверға ҡуйыласаҡ арт-объектҡа конкурс иғлан итте һәм еңеүсегә 300 мең күләмендәге приз билдәләне.

Байғусҡаров ҡурай яҡлы
Байғусҡаров ҡурай яҡлы

 

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бында халҡыбыҙҙың милли ҡоралы ҡурайҙы урынлаштырырға тәҡдим итә. "Был урындар күңелемә бик яҡын. Цюрупа урамындағы 95-се йортто капиталь төҙөкләндергәндән һуң, ошо биләмәне төҙөкләндереүгә булышлыҡ иттем. Сквер уртаһына Башҡортостан символы - ҡурайҙы һынландырырға тәҡдим итәм , уның ете тажы Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың дуҫлығын сағылдырасаҡ,- тип яҙа депутат үҙенең рәсми сәхифәһендә. - Баймаҡ ҡалаһында, ошо райондың Түбәнге Яйыҡбай, Төркмән ауылдарында ҡурайға һәйкәлдәр бар. Башҡортостандың баш ҡалаһында республика символы - ҡурайға лайыҡлы һәйкәл булырға тейеш".

Беҙҙең ҡарамаҡҡа ла был шәп фекер. Әйҙәгеҙ тәҡдимде ҡеүәтләп, конкурсҡа ҡурай һынландырылған төрлө проекттар тәҡдим итәйек, социаль селтәрҙәрҙә үҙ фекеребеҙҙе белдерәйек.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: