Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Февраль , 15:45

Социаль түләүҙәр алыу процедураһы ябайлаштырыла

Биш ғариза урынына берәүҙе генә яҙырға мөмкин буласаҡ

Социаль түләүҙәр алыу процедураһы ябайлаштырыла
Социаль түләүҙәр алыу процедураһы ябайлаштырыла

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда балалы ғаиләләргә социаль түләүҙәр процедураһын ябайлаштырыу тәжрибәһе  үткәрелде һәм ул уңышлы булды. Был тәжрибә хәҙер бөтә ерҙә лә файҙаланыласаҡ. 2020 йылда Башҡортостан Милли социаль башланғыс механизмдарын һынау үткән биш пилот төбәк иҫәбенә инде.

Республикала йыл һайын 70 меңгә яҡын балалы ғаилә социаль түләү алыу өсөн мөрәжәғәт итә. Уларға федераль һәм республика бюджеттарынан социаль ярҙамдың 30-лаған төрө күрһәтелә. Пилот механизмы биш социаль ярҙам сараһына бер ғариза яҙыу мөмкинселеген бирҙе. Мөрәжәғәттәр һаны биш тапҡырға кәмене, ғариза биреү, шулай уҡ уны ҡарау ваҡыты һәм һоралған документтар аҙайҙы, тип билдәләне Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы белгестәре.

21 февралдә республика Хөкүмәтендә ошо мәсьәлә ҡаралды. Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров министрлыҡ алып барған эште хуплап, яҡын арала тәжрибәне тотош республикала таратырға ҡушты.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас в