Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Ғинуар 2022, 11:30

Бәләкәй балалар өсөн сертификат бирелә

Уны нисек юлларға?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль селтәрендә сабыйыңды дәүләт балалар баҡсаларына йөрөтөү өсөн урын булмаһа, уларҙы шәхси баҡсаға бирең өсөн сертификат биреләсәге хаҡында яҙҙы. Йәғни барлыҡ сығым дәүләт иҫәбенә ҡаплана.

– Башҡортостанда һуңғы өс йылда ғына 46 балалар баҡсаһы асылды. Әммә урындар барыбер етмәй. Артабан күберәк төҙөргә планлаштырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта был мәсьәләне шәхси балалар баҡсалары ярҙамында хәл итеү хаҡында ла уйланабыҙ. Сөнки был булдыҡлы кешеләргә үҙ эшен асыу өсөн шәп мөмкинлек. Был йәһәттән 2019 йылда шәхси балалар баҡсаларына ярҙам сараһы булдырҙыҡ. Бер балаға алты мең һум аҡса бирелә. Был пилот проектын Стәрлетамаҡта һынап ҡарағайныҡ. Хәҙеруны  Өфө һәм Нефтекама ҡалаларына ла индерелде.

Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 136,8 миллион һум аҡса бүленде. 1 марттан Иглин һәм Октябрьск ҡалаларында ла эшләй башлаясаҡ. Был дәүләт ярҙамы ике айҙан өс йәшкә тиклем балаһы булған ата-әсәләргә бирелә. Сертификатты алыу өсөн мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, – тип яаа республика Башлығы.

Фото интернеттан алынды.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: