Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Ғинуар 2022, 11:50

"Кәнфит урынына"... китап

Ғәҙәти булмаған был акция уҙған йылдың декабрь айында старт алған ине. Был хәйриә акцияларында ҡатнашҡан һәркемгә балаларға кәнфит кеүек тәмле-татлы бүләк иткәнсе, китаптар йә булмаһа белемен үҫтерә торған һәр төрлө программалар менән алмаштырырға тәҡдим итә. 

"Кәнфит урынына"... китап
"Кәнфит урынына"... китап

Венера Хазиәхмәтова, Өфө ҡалаһының ғаилә тәрбиәһен биреүгә булышлыҡ итеү үҙәге директоры: 

«Кәнфит урынына – был бик заманса акция, тәмле-татлыға бәйле проблемалар бер бөгөн генә килеп тыуманы. Ул электән булды һәм буласаҡ та. Ул айырыуса Яңы йыл байрамдары ваҡытында киҫкен була. Бер бала ҡайһы саҡта 15-ләгән татлы бүләк ала».

Был проектҡа Башҡортостан халҡы битараф ҡалманы. Балалар йорттарына китап бүләк итергә теләүселәр һаны бихисап булып сыҡты. Нәфис әҙәбиәтте һәм белемде үҫтереүсе программаларыҙ Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Өфө ҡалаһындағы балалар йорттары етәкселегенә күптәлп бүләк иттеләр. Был акцияны шулай уҡ билдәле блогер, врач-нефролог, диетолог Регина Доктор ҙа, педиатр, BabyDoctor School һаулыҡ мәктәбенә нигеҙ һалыусы Гөлнара Иҙрисова ла күтәреп алды. Республика клиник психиатрия дауаханаһы Күгәрсен районындағы ғаилә тәрбиәһен биреүгә булышлыҡ итеүсе «Самрау» үҙәге балаларына ысын мәғәнәһендәге байрамды ойошторҙо. Улар балалар теләгән китаптарҙы бүләк итеп кенә ҡалманы, матур маскарад байрамын да ойошторҙо. 

Юлия Хәкимова, балалар психоаналитигы:

«Балалар йортонда үҫкән сабый өсөн нимә була ул китап? Китап - ул уңайлы урындарға сығырға мөмкинлек биргән ишек менән бер. Бәлки ул китап аша ингән донъяла бер ваҡытта ла булмағандыр, хатта ки күргәне лә юҡтыр. Бал китап уҡыған саҡта фантазияһын эшкә егә һәм ул уйламаған ерҙәргә барып сыға. Ошолай ул тәжрибә туплай».

Балалар йортонда көн иткән балаларға ярҙам итеү — ул бик дөрөҫ. Шуға ла күп осраҡта бындағы балаларҙы ҡыуандырыр өсөн тәмле-татлынан торған посылка әҙерләй башлай. Был акция кешеләргә кәнфиттән башҡа ла әйберҙәр барлығын, китап һәм белемде үҫтерә торған программалар балалар өсөн мөһимерәк икәнен аңлата ла инде. Китап алған саҡта яңылышмаҫ өсөн ВМЕСТОКОНФЕТ.РФ сайтына инеп ҡарарға була. 

Шуныһы, был акцияның ваҡыты сикле түгел. Ул Яңы йыл менән бергә башланып ҡына китте. Бында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бер йәки бер нисә китапты һайлап алып, балалар йорто хеҙмәткәренә биреү ҙә етә. Әгәр инде китапты икенсе бер ҡалаға ебәрергә теләк булһа, тап шул балалар йортоноң сайтына инеп, күрһәтелгән телефон номерына шылтыратып, бәйләнешкә сығырға була. 

Проектты Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды тормошҡа ашыра. 

Кәнфит урынына. Дөрөҫ ярҙам итегеҙ!




Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: