Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Декабрь 2021, 14:45

Миҙал менән бүләкләнеүсе әсәләргә ҡағыла

2022 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнеүсе әсәләргә премия күләме арттырыла

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Башҡортостан Башлығының республика наградаһы тураһындағы указына төҙәтмәләр әҙерләне.

Белеүегеҙсә, награда менән бергә аҡсалата премия тапшырыла. Быға тиклем ул һалым ҡайтармаһы менән 17 241 һум ине. 2022 йылдың 1 ғинуарынан иһә ҡатын-ҡыҙҙарға 25 мең һум түләнә башлай.

«Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә бирелә. Башҡортостанда йәмғеһе һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булған.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: