Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
24 Ноябрь 2021, 18:15

Яңы закон кемдәргә ҡағыла?

РФ Хеҙмәт кодексының был хаҡтағы яңы положениеһы 30 ноябрҙә ғәмәлгә инә. Быға тиклем бындай сикләү 5 йәшкә тиклемге балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән ата-әсәләргә генә ҡағыла ине.

Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән атай һәм әсәйҙәрҙе эш сәғәтенән тыш эштә ҡалдырыу, командировкаға ебәреү уларҙың ризалығы менән генә мөмкин буласаҡ. РФ Хеҙмәт кодексының был хаҡтағы яңы положениеһы 30 ноябрҙә ғәмәлгә инә.

Быға тиклем бындай сикләү 5 йәшкә тиклемге балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән ата-әсәләргә генә ҡағыла ине. Бынан тыш күп балалы хеҙмәткәрҙе, 14 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән тулы ғаиәләләге атай йәки әсәйҙең береһе вахта ысулы менән эшләһә, икенсеһен төнгө сменаға һәм эштән һуң ҡалдырыу тыйыла. Бындай хеҙмәткәрҙәрҙе эш сәғәтенән тыш һәм төнгө сменаға эшкә йәлеп итеү өсөн эш биреүсегә унан яҙма рәүештә ризалыҡ алырға кәрәк буласаҡ. Ошондай уҡ ҡағиҙәләр командировкаларға ебәреүгә лә ҡағыла.

Шулай уҡ инвалидтарға һәм сирле туғанын ҡараған хеҙмәткәрҙәргә лә закон тарафынан өҫтәмә гарантиялар бирелә. Эш биреүсе командировкаға уларҙы яҙма ризалығы булғанда ғына ебәрә ала.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: