Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Октябрь 2021, 08:50

Өфөлә бер ҡатын 3 айлыҡ улына яңы ғаилә эҙләй

-

Өфөлә бер ҡатын 3 айлыҡ улына яңы ғаилә эҙләй. Был хаҡтағы белдереүен ул социаль селтәргә һалған. Бала июлдә донъяға килгән. Атаһы уны үҙенеке, тип иҫәпләмәй. Әсәһе иһә был аҙымын аҡлап, үҙемдә ҡалдырыр инем дә, ҡаты ауырыйым, тип белдерә. Улының буласаҡ яңы ғаиләһен үҙе һайлап алмаҡсы. Быны ул ваҡыты-ваҡыты менән эргәһендә булырға теләүе менән белдерә. Әлеге ваҡытта был мәсьәләне опека бүлеге контролгә алған.

Был ҡатын бер нисә йыл элек ҡыҙын да шундай юл менән икенсе ғаиләгә урынлаштырған булған икән.

Фото интернеттан алынды. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: