Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Октябрь 2021, 14:25

2022 йылда илдә баланы ҡарау өсөн пособие күләме артасаҡ

-

Рәсәйҙә 2022 йылдың 1 февраленән беренсе баланы ҡарау өсөн пособиеның минималь күләме 5,8%-ҡа артып, 7 493 һумға етәсәк, максималь күләме 31 282 һум буласаҡ. Бының турала Иҫәп палатаһының «РФ Социаль страховкалау фондының 2022 йылға һәм планлы 2023-2024 йыл ваҡытына бюджеты тураһында» ҡарарына һылтанма биреп, ТАСС хәбәр итә.

 

Бөгөнгә пособиеның минималь күләме 7 083 һум, максималь — 29 600 һум булып тора. Документта күренеүенсә, йәш ярымға тиклем баланы ҡарауға ай һайын түләнгән пособиеларға сығымдар 169,5 млрд һум тәшкил итәсәк.

 

Бынан тыш, 1 февралдән бала тыуғанда бер тапҡыр түләнгән пособие 5,8%-ҡа индексланасаҡ һәм 19 981 һумға етәсәк. Ил буйынса ул 19,8 млрд һум күләменә барып етәсәк. Әлеге ваҡытта был пособие 18 886 һум тәшкил итә.

Сығанаҡ: "Башинформ"

Автор:
Читайте нас: