Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
1 Июнь 2021, 14:45

Эй бала саҡ!

Эй бала саҡ, бала саҡ!Балдан татлы бала саҡ.Ҡояштай нурлы бала саҡ,Сәскәнән наҙлы бала саҡ...

Эй бала саҡ, бала саҡ!
Балдан татлы бала саҡ.
Ҡояштай нурлы бала саҡ,
Сәскәнән наҙлы бала саҡ.
Аяусы атайың бар,
Һыйлаусы әсәйең бар.
Әсәйең - һандуғастай,
Йөрөшө - ҡарлуғастай.
Май япрағы - ҡулдары,
Ҡағылһа - ҡанат ҡуя,
Яратһа, ярап ҡуя.
Бала саҡҡа ни кәрәк,
Һөйөп баҡҡан күҙ кәрәк.
Атайың алтын кеүек,
Йөрәге ялҡын кеүек.
Атаң кеүек абруйлы,
Әсәң кеүек яғымлы,
Сәскәгә мул яҙ кеүек,
Бәпкәгә мул ҡаҙ кеүек,
Етелә етәккә алған,
Аҡылыңа аң һалған,
Күңелеңә ғәм һалған
Ун йыл йәнәш атлаған,
Яман эштән һаҡлаған,
Уҡытыусың бар һинең.
Эй, бала саҡ, бала саҡ,
Ҡайҙаһың һин бала саҡ?!
Йылмайып сыҡ, көлөп сыҡ,
Ҡаршыға йүгереп сыҡ!
Эй бала саҡ, бала саҡ!
Кирегә иҫкән - ел түгел,
Урап ҡайтҡан - юл түгел,
Ҡат-ҡат яуған - ҡар түгел,
Ҡат-ҡат тыуған - таң түгел.
Эй бала саҡ, бала саҡ,
Йөрәктәрҙә ҡаласаҡ.
Хәтерҙәрҙә ҡаласаҡ,
Мәңге бергә барасаҡ!

(Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА)
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.
Читайте нас: