Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Март 2021, 08:20

Инвалид бала тәрбиәләгәндәр ҙә дәғүә итә аласаҡ

-

Башҡортостанда ата-әсәләргә 3-тән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе яңыса иҫәпләйәсәктәр. Рәсәй Президенты указы был пособие түләүҙе көйләй. Уға ярашлы, түләү бынан ары мөмкин булғанса адреслыға әйләнәсәк һәм уның күләме килемдән торасаҡ.
Яңы тәртипкә ярашлы, был түләүҙәр төбәк буйынса балаға йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итеүе ихтимал. Шулай уҡ указға ярашлы, түләүҙәр күләме балалар өсөн йәшәү минимумы размерының үҙгәреүенә ҡарап, йыл һайын яңынан иҫәпләнәсәк. Яңыртылған тәртип буйынса тәүләү 1 ғинуарҙан бирелә башлаған. Уны киренән иҫәпләтеү өсөн 2021 йылдың 1 апреленән һуң ғариза тапшырырға кәрәк.
Айлыҡ түләү күләмен яңынан иҫәпләтеү өсөн ғаризаны электрон төрҙә Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша, йәки ҡағыҙҙа Күп функциялы үҙәккә, йәки йәшәгән урын буйынса халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә тапшырырға мөмкин.
“Был инвалид балалары булған ата-әсә өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. 3-тән 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә пособие булдырғас, инвалид балалары булған ғаиләләр был ярҙамһыҙ тороп ҡалғайны. Сөнки улар инвалид бала өсөн алған пособие ғаилә килеме тип иҫәпләнде һәм улар аҙ тәьмин ителгән ғаилә тип һыналманы. Әле яңы тәртип ҡул ҡуйыу стадияһында булһа ла, мәсьәлә хәл ителгән тинеләр. 1 апрелдән улар был пособиены алыу өсөн ғариза тапшыра аласаҡ. Башҡа үҙгәрештәр ҙә бар: түләүҙәрҙең адреслылыҡ цензы һәм дифференцацияһы тигән нимә барлыҡҡа килде. Хәҙер был түләүҙе билдәләгән саҡта ғаиләнең иҡтисади хәле генә түгел, ә мөлкәт хәле лә иҫәпкә алынасаҡ, ә түләүҙәр йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итәсәк. Был ҡараш немецтарҙың социаль яҡлау системаһына бик оҡшаған, унда ғаиләнең иҡтисади хәле тулыһынса иҫәпкә алына һәм тап улар мохтаж булған кимәл билдәләнә. Түләүҙе яңыса биреү тәртибе – бик ҙур ғәҙеллек”, – тине был турала Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, хәйриә, ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары Алина Хәбирова .
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәк буйынса йәшәү минимумының 50 проценты пособиеның нигеҙ дәүмәле тип ҡабул ителә. Әгәр база күләмендәге түләүҙән һуң да ғаиләнең килеме төбәк буйынса йәшәү минимумына тиклем етмәй икән, уға түләү 75 процент кимәлендә билдәләнәсәк. Был ораҡта ла етмәһә – 100 процент түләнәсәк.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда бындай пособиены 112 103 бала ала.
Фото: op.bashkortostan.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
  • Читайте нас