Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Декабрь 2020, 03:01

Ҡыш бабай беҙгә килде

Бар кешелек Яңы 2021 йылды ҡаршыларға әҙерләнә: һәр береһендә байрамса кәйеф, етеп килгән яңы йылға яңы өмөттәр һәм изге теләктәр... Бигерәк тә балалар көтөп ала был байрамды.

Бар кешелек Яңы 2021 йылды ҡаршыларға әҙерләнә: һәр береһендә байрамса кәйеф, етеп килгән яңы йылға яңы өмөттәр һәм изге теләктәр... Бигерәк тә балалар көтөп ала был байрамды, ул ғына ла түгел, был көндәрҙә улар ниндәйҙер мөғжизәләр көтә! Һәм Баймаҡ районының балалыҡты яҡлау һәм ҡурсыу бүлеге, инвалидтар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре йөҙөндә балаларҙың өмөттәре ысынға әүерелде! Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың кис йортобоҙға килеүе хатта өлкәндәр өсөн дә көтөлмәгән сюрприз булғандыр ул! Улар барыһын да ихлас ҡотлап, балаларға татлы күстәнәстәрен һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙылар. Балаларҙың нисек ҡыуанғандарын күрһәгеҙ икән! Балалыҡты яҡлау һәм ҡурсыу бүлегенә, инвалидтар йәмғиәтенә барлыҡ балалар һәм уларҙың ата-әсәләре исеменән сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Яңы йыл һеҙгә тик яңы уңыштар һәм ҡыуаныстар ғына алып килһен!
Мотал Рәмов.
Читайте нас: