Һаҡмар
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Сентябрь 2020, 23:05

Бушлай һөт ризыҡтары кемдәргә бирелә?

Башҡортостан уҡыусылары “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы етештергән йогурт менән туҡланасаҡ.

БАШЛАНҒЫС КЛАСТАР УҠЫУСЫЛАРЫНА – ҺӨТ РИЗЫҒЫ
Башҡортостан уҡыусылары “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы етештергән йогурт менән туҡланасаҡ. Файҙалы ризыҡты 1-4-се класс балаларына бирәсәктәр. 3,2 процентлы тәбиғи йогурт 100 грамлы ҡаптарға тултырылған. Энергетик ҡиммәте 60 ккал тәшкил итә.
Шыйыҡ йогурт нормалләштерелгән һөттән әҙерләнә, махсус әсетке ҡулланыла. Ризыҡ үҫеү һәм иммун системаһын нығытыу өсөн кәрәк булған А, Е, В, D төркөмө витаминдары, аҡһым һәм аминокислоталар менән байытыла.
Әле “Һөт кухняһы” республиканың 172 мәктәбен продукция менән тәьмин итә. Йогуртты Сибай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Туймазы, Ишембай, Күмертау, Яңауыл, Нефтекама, Красноусольский уҡыусылары тәмләй.
Республикала “Һөт кухняһы”ның алты урында етештереү урыны бар, продукцияны таратыу өсөн 97 пункт булдырылған. Тәүлегенә биш тонна һөт эшкәртелә.
Һөт ризыҡтарын льготалы категорияға ҡараған 22,6 мең бала, 508 бәпес көткән ҡатын һәм сабыйын күкрәк һөтө менән туҡландырған йәш әсә түләүһеҙ ала. “Һөт кухняһы” етештергән продукцияны 39 таратыу пунктында, шулай уҡ “Байрам”, “Йәрминкә” ( “Ярмарка” ), “Әфлисун” (“Апельсин”), “Аҡсарлаҡ” сауҙа селтәрҙәрендә һатып алырға була.
БР сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы продукцияһы етештереү һәм технологик процестарға булған барлыҡ талаптарҙы һаҡлап етештерелә.
Был эштәр “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Сығанаҡ:https://vk.com/wall-156150050_8996
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
Читайте нас в