Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Сентябрь 2020, 01:05

Адреслы социаль ярҙам кемдәргә бирелә?

Уны нисек юлларға? Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта.

Адреслы социаль ярҙам кемдәргә бирелә?
Социаль контракт буйынса үҙ эшен асырға теләгән аҙ тәьмин ителгән һәм яңғыҙ граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Социаль контракт ул – граждан һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге араһында төҙөлгән килешеү. Уға ярашлы проектта ҡатнашыусы социаль адаптация программаһын файҙаланып маҡсатлы аҡса ала.
Бер тапҡыр бирелә торған түләү шәхси эшҡыуарлыҡ асыу өсөн бирелә. Смета күләменә ярашлы түләнгән сумма 250000 һумдан ашмаҫҡа тейеш.
Адреслы социаль ярҙам алыу өсөн түбәндәге шарттар күҙәтелергә тейеш:
1. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән аҙ тәьмин ителгән ғаилә йәки яңғыҙ йәшәгән гражданин.
2. Адреслы социаль ярҙам алыу өсөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләнең эшкә яраҡлы бөтә ағзалары менән дә килешеү төҙөлә.
3. “Шәхси эшҡыуарлыҡ алып барыу” программаһын тормошҡа ашырыу өсөн заявка биргән көнгә ҡарата һуңғы 5 йыл эсендә “Рәсәй Федерацияһында халыҡтың мәшғүллеге тураһында”ғы законға ярашлы эшҡыуарлыҡ алып барыуға бер тапҡыр түләнә торған финанс ярҙамдың алмауы мотлаҡ.
Адреслы социаль ярҙам биреү тураһындағы ҡарарҙы Сибай ҡалаһындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге хәл итә. Уның өсөн тейешле документтар менән күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге сайт аша танышырға мөмкин: http:/ rcspn.mintrudrb.ru. («Выплаты и пособия», в разделе «Социальный контракт»).
Тулыраҡ мәғлүмәтте халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең түбәндәге телефоны аша белешергә мөмкин: 8 (34775)2-36-79.
Консультация өсөн Баймаҡ районы буйынса мәшғүллек үҙәге телефоны: 8 (34751) 3-29-66”.
Читайте нас: