Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Июнь 2020, 13:25

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет донъяһы...

Ҡатындарҙың үҙе теләгән үрҙәргә етә алыуы тулы булмаған ғаиләләр һанын да ҡырҡа арттырҙы. “Балаларҙы мин үҙем ҡарай алам. Нимәгә миңә ир?”-тиеүселәр ҙә бихисап. Һөҙөмтәлә, бала тулы булмаған ғаиләне дөрөҫ күренеш тип ҡабул итеп үҫә. Киләсәктә үҙе лә ошондай мөнәсәбәткә тартыла. Халҡыбыҙ атаһыҙ – ул, әсәһеҙ – ҡыҙ үҫтермә, тип юҡҡа әйтмәгән. Бала бар яҡтан камил булып үҫһен, киләсәктә матур ғаилә ҡора алһын өсөн уға атай ҙа, әсәй ҙә берҙәй кәрәк. Беҙ интернет аша йәш быуындың аңын төрлөсә томаларға, зәғифләргә теләгән заманда йәшәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер сит илдәрҙә бер енесле кешеләрҙең бер-береһенә өйләнергә рөхсәт бирелеүе быны бар Ер шарына пропагандаларға тырышыуҙары ла ниндәй аңлайышһыҙ мәлдә йәшәүебеҙҙе күрһәтә. Ҡайһы саҡта интернет селтәре “бала табыу, ғаилә ҡороу “мода”ла түгел” тигән ҡурҡыныс фекерҙе һәр йәш кешегә һеңдереү өсөн генә уйлап табылғандыр, тип уйлап ҡуяһың.

Ҡатын-ҡыҙ бәхете... Ни өсөн был төшөнсәгә һуңғы йылдарҙа айырыуса ныҡлы иғтибар бирелә һуң? Каринэ Хәбированың “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” тигән проектты башлап ебәреүе лә осраҡлы түгел бит.

Күп быуаттар ҡатын кеше иң тәүҙә Әсә булараҡ ҡабул ителде. Был изге бурысты үтәү бер кемдә лә бәхәс тыуҙырманы. Әммә ваҡыт үтә бара, йәмғиәт тә үҙгәрә, кәрәкле лә, кәрәкһеҙ ҙә мәғлүмәт туҡтауһыҙ һөжүм иткәндә, кешеләрҙең аҡыл, уй-фекере лә икенсе йүнәлеш алды. Әсә булыу, бала бағыу кеүек изге төшөнсәләр ҙә күптәр өсөн икенсе планға күсә башланы. Ҡатын-ҡыҙ хәҙер тәү сиратта һөнәрле булырға, карьера яһарға, аҡса эшләргә, өй, машина һатып алырға хыяллана. Элекке кеүек ул ир-егеттең күпме аҡса алып ҡайтып бирәсәген көтөп ултырырға теләмәй. Шул уҡ ваҡытта күпселек ғаиләлә бер кеше генә эшләһә етеш йәшәүе лә мөмкин түгел. Был айырыуса беҙҙең илгә хас күренеш. Шулай итеп, атай һәм әсәй иртәнән кискә тиклем эштә, бәхетле балаларҙы ҡартатай-өләсәй тәрбиәләй. Кире осраҡта улар интернет “тәрбиә”һенә тапшырылған. Ҡатын кеше эшендә лә, өйөндә лә өлгөрөргә тырышып, көнө буйы саба. Һәм күпселек гүзәл ханымдарҙың барыһы ла ҡулынан килә: улар балаларына етерлек аҡса эшләй, хатта үҙ эшен аса, һөнәри ҡаҙаныштары менән карьера баҫҡысы буйынса үрләй... Ҡыуаныслы күренеш. Икенсе яҡтан барыһын да үҙе башҡарып өйрәнгән ҡатындар әллә ни ҙур уңыштарға өлгәшә алмаған ирҙәрен артыҡ күрә башлай. Быны йәшерергә кәрәкмәйҙер, хатта беҙҙең кеүек бәләкәй ҡалаларға ла килеп етте был күренеш. Элек ғаиләлә ир һүҙе һүҙ булһа, атай абруйы күтәрелһә, хәҙер был юҡҡа сығып бара. Тотош йәмғиәттең үҙгәреүен күҙәтәбеҙ. Эйе, беҙ быуаттан-быуатҡа һалынып килгән йолаларҙың, төшөнсәләрҙең үҙгәргән, хатта юҡҡа сыҡҡан заманда йәшәйбеҙ.

Баш бирмәҫ затҡа әүерелеү

Һәр һуғыштың сәбәбендә – ҡатын-ҡыҙ тора, тигән боронғо фәйләсүфтәр. Уны үҙгәртеп һәр ҡоролоштоң икенсе ағымдан китеүе көсһөҙ (ә хәҙер беҙҙе көсһөҙ тип әйтеп буламы икән?) затҡа бәйле тип әйтер инем. Элек ҡатын-ҡыҙҙың бәхете яҡшы хәләл ефет, әсә булыуға бәйле булһа, хәҙер бәхетле булыуға талаптар арта. Ҡатындар өй усағы янында ғына ултырырға теләмәй, улар аҡса эшләй, сәйәсәт, бизнес менән шөғөлләнә һәм күпселеге ир-егеткә баш бирергә теләмәй. Бының бер яҡтан ҡурҡынысы ла юҡ кеүек. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй – үҙгәрештәр мәлендә йәшәйбеҙ бит. Икенсе яҡтан бойондороҡһоҙ ҡатындар менән бер рәттән бер ҡасан да әсә булырға теләмәгән, кейәүгә сығырға уйламаған да ҡыҙҙар быуыны ҡалҡып сыҡты. Хатта үҙ парын тапҡандар ҙа тормошон тик үҙенә генә бағышларға теләүен белдерә. Бындай ғаиләләрҙә бала ауазына урын юҡ. Ҡатындарҙың үҙе теләгән үрҙәргә етә алыуы тулы булмаған ғаиләләр һанын да ҡырҡа арттырҙы. “Балаларҙы мин үҙем ҡарай алам. Нимәгә миңә ир?”-тиеүселәр ҙә бихисап. Һөҙөмтәлә, бала тулы булмаған ғаиләне дөрөҫ күренеш тип ҡабул итеп үҫә. Киләсәктә үҙе лә ошондай мөнәсәбәткә тартыла. Халҡыбыҙ атаһыҙ – ул, әсәһеҙ – ҡыҙ үҫтермә, тип юҡҡа әйтмәгән. Бала бар яҡтан камил булып үҫһен, киләсәктә матур ғаилә ҡора алһын өсөн уға атай ҙа, әсәй ҙә берҙәй кәрәк. Беҙ интернет аша йәш быуындың аңын төрлөсә томаларға, зәғифләргә теләгән заманда йәшәйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер сит илдәрҙә бер енесле кешеләрҙең бер-береһенә өйләнергә рөхсәт бирелеүе быны бар Ер шарына пропагандаларға тырышыуҙары ла ниндәй аңлайышһыҙ мәлдә йәшәүебеҙҙе күрһәтә. Ҡайһы саҡта интернет селтәре “бала табыу, ғаилә ҡороу “мода”ла түгел” тигән ҡурҡыныс фекерҙе һәр йәш кешегә һеңдереү өсөн генә уйлап табылғандыр, тип уйлап ҡуяһың.

Батырлыҡҡа этәрә алаһыңмы?

Әлбиттә, ошондай мәлдә башындағы яулығын сисеп ташлап йәки ҡарашы менән генә һуғышты туҡтатҡан ҡатын-ҡыҙҙың тылсымы кәрәк. Һәр кем өсөн бәхет төшөнсәһе ул мең төрлө булыуы ихтимал. Нисә кеше – шунса фекер. Әммә ҡатын-ҡыҙҙың быуаттан - быуатҡа килгән, шуны өсөн был донъяға яратылған дөйөм бәхет төшөнсәһе бар. Ул – Әсә булыу, кешелекте дауам итеү. Ҡатын – ҡыҙ ниндәй үрҙәргә күтәрелһә лә, уның бәхетле өй усағы, бар күңел йылыһы һалынған ҡәлғәһе булырға тейеш. “Эй, хәҙер ирҙәр бармы ни ул?”-тигән һүҙҙәр ишетелә ҡайһы саҡта. Ә, бәлки, ир-егеттәрҙе батырлыҡтарға, ғаиләһе, балалары, иле өсөн яуаплылыҡ алырға этәрә алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар бөтөп баралыр? Бәхәсле һорау, әлбиттә. Шулай ҙа беҙҙең Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙарының бәхет утрауында яратҡан эштән тыш мотлаҡ ғаилә, уның башлығы булған атай, балалар йәшәй. Был ҡанундар киләсәктә лә үҙгәрмәҫ, тип ышанғы килә.

Ҡыҙ – бәпес үҫтерәбеҙ

Ҡатын – ҡыҙ ғаилә бәхетен һаҡлаусы ғына түгел, ә ғүмер, өләшеүсе, мөхәббәт һәм ҡыуаныс сығанағы ла. Был яуаплы бурыстар сикһеҙ көстө һәм һаулыҡты талап итә. Шуға күрә сәләмәтлекте йүргәктән һаҡларға кәрәк. Ҡыҙҙарҙы дөрөҫ тәрбиәләү мөһим. Уларҙы көн һайын йыуындырыуҙан тыш, гигиена талаптарын да үтәргә кәрәк. Хәҙер күп әсәйҙәр кескәй ҡыҙҙарҙы балалар баҡсаһында уҡ гинеколог ҡарауына риза түгел. Был йәһәттән борсолорға кәрәкмәй. Гинекологтың ҡыҙҙарҙы кескәй мәленән үк ҡарау ҙа – заман талабы. Синтетик эске кейем, гигиена талаптарын үтәмәү бәләкәстәрҙе лә төрлө сиргә дусар итеүе ихтимал. Шуға күрә гинеколог төрлө ауырыуҙарҙы алдан уҡ билдәләү өсөн кескәй ҡыҙҙарҙы ҡарай. Шуныһы ҡыҙыҡлы, белгестәр ҡыҙҙарҙың үҙенең ниндәй әсә буласағы донъяға килгәндә үк билдәләнеүе тураһында белдерә. Әгәр әсә кеше балаһын, операцияһыҙ үҙе тапһа, тыуғас та уны әсәһенең күкрәгенә алһалар, киләсәктә лә ҡыҙ ҙа сабыйын тыныс һәм тәбиғи рәүештә табасаҡ. Ауырлы ваҡытта һәм бала тапҡанда кисергән артыҡ стресс малайҙарға ҡарағанда, ҡыҙарҙың мейеһенә нығыраҡ йоғонто яһай икән.

Күкрәк һөтөнөң сикһеҙ файҙаһы

Күкрәк һөтөнөң сабый өсөн ни тиклем файҙалы икәнлеген барыһы ла белә. Ҡыҙҙар өсөн был айырыуса файҙалы. Сөнки күкрәк һөтө имгән ҡыҙҙарҙың өлгөрөү мәле һуңғараҡ килә. Яһалма туҡланған ҡыҙыҡайҙарҙың күреме 11-13 йәштә үк башланһа, бер йәшен үткәнсе имгән балаларҙа ул 14 йәштә генә күҙәтелә. Бының отошло яғы нимәлә? Билдәле булыуынса, өлгөрөү мәле башланыу менән һөйәктәр үҫеүенән туҡтай. Шул иҫәптән бала табыуҙың нисек буласағын билдәләгән янбаш һөйәге лә. Тағы бер нәмәне күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ҡыҙҙарҙы иртә ултыртырға ярамай. Был нығынып бөтмәгән янбаш һөйәген яңылыш формалаштырыуы бар. Бынан тыш ҡыҙҙарҙы “прыгунки”, “ходунки”ға ҡуйып, уның хәрәкәтләнеүен тиҙләтергә ярамай. Сабый тәүҙә шыуышырға өйрәнергә, унан алты айы үткәс (ҡайһы бер белгестәр ҡыҙҙарҙы 8 айы тулыуға ҡарағанда ултыртырға кәңәш итә) ултырырға тейеш. Әммә ҡайһы бер ҡыҙҙар алты айҙан да иртәрәк үҙҙәре ултыра башлай. Бындай осраҡта, әлбиттә, уны кире һалырға ярамай. Тимәк, сабыйҙың һөйәктәре нығынған һәм ул ултыра ала. Ҡыҙҙарҙың бот-сатын йыуғанда һабындан, айырыуса бактерияларға ҡаршы булғандарынан, баш тартырға кәрәк. Таҙа һыу менән генә йыуыу күпкә файҙалы. Подгузниктарҙы 12 сәғәт кейҙерергә ярай, тигән рекламаға ышанмағыҙ! Парник эффектын тыуҙырған подгузниктарҙың сабыйҙың һаулығы өсөн хәүефле булыуын онотмағыҙ, уны йыш алмаштырығыҙ.

Мең төрлө шөғөл нимәгә килтерә?

Ҡыҙ баланың балалар баҡсаһына тиҙерәк өйрәнеүе күҙәтелә. Был көсһөҙ заттың һәр күренешкә яраҡлаша белгән һығылмалылығы тураһында һөйләй. Баҡсаға йөрөй башлаған кескәйҙәр өйҙә лә режим күҙәтергә тейеш. Йоҡоһо туймаған баланың стресҡа, ауырыуҙарға тиҙ бирешеүе күҙәтелә. Мәктәпкә барыу менән ҡыҙҙарҙың яңы тормошо башлана. Ошо мәлдә ата-әсә балаһын бар түңәрәк, секцияға яҙҙырып бөтә. Ашыҡмағыҙ! Баланы бер йүнәлештәге түңәрәккә биреү ҙә етә. Мәктәп программаһы, өҫтәүенә бер нисә түңәрәктә, музыка мәктәбендә шөғөлләнгән балалар арый, стресс кисерә. Ҡыҙҙарҙың ул иң тәүҙә эндокрин системаһына килтереп һуға. Балағыҙҙы түңәрәктәргә биргәндән һуң уның үҙен тотошон күҙәтегеҙ. Әгәр ул үҙен тыныс, шат һәм бәхетле тоя икән – барыһы һәйбәт. Әгәр бала тиҙ арыһа, мәктәп программаһын үҙләштерә алмаһа, аяҡ өҫтө килеш “йоҡлап” йөрөһә, тимәк, өҫтәмә күнекмәләрҙе кәметергә кәрәк. Профессиональ спорт менән шөғөлләнгәндә, ярыштарға йөрөгәндә айырыуса иғтибарлы булығыҙ. Сөнки ул спортсыла өҫтәмә ир-егеткә хас гормондар уята. Өлгөрөп еткән ҡыҙҙарға ул әллә ни тәьҫир итмәй. Әммә бала һәм үҫмер ҡыҙҙарҙың енси органдарының үҫешеп етмәүенә, янбаш һөйәгенең формаһы үҙгәреүенә һ.б. килтереүе бар. Тимәк, өлгөрөү осорондағы ҡыҙҙар спорт менән миҙал өсөн түгел, ә һаулығы өсөн шөғөлләнергә тейеш.

Һөжүм итеүсе мода

Ҡыҙҙарҙың сәләмәтлегенә тағы бер тәьҫир итеүсе күренеш ул – мода. Һәр ҡыҙ баланың гардеробында һығып торған джинс салбар, тар эске кейем бар. Нәҡ ошо кейем енси органдар инфекцияһы, янбаш һөйәгенең формаһы үҙгәреүгә килтерә. Медицина хеҙмәткәрҙәренең хатта “джинсовый таз” тигән термины ла барлыҡҡа килде. Тар кейемдән формаһын үҙгәрткән янбаш һөйәге киләсәктә бала тапҡанда ауырлыҡтар тыуҙыра, операцияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. Әлбиттә, мода артынан күҙәтеп барған ҡыҙҙарҙы был кейемдең зыянлығы тураһында әйтеп туҡтатып булмай. Шуға күрә ҡыҙығыҙ менән тар кейемде һәр саҡ түгел, ә ниндәйҙер сараға барғанда ғына кейеү тураһында килешергә кәрәк. Мәктәпкә лә ҡыҙ балаға сарафан, итәк кейҙереү мөһим. Сөнки салбар йомшаҡ туҡыманан тегелгән осраҡта ла, ултырған саҡта эс-янбаш тирәһен һығып тора. Был үҫешкән организмға зыян килтерә.

Иртәнсәк мәктәпкә китеп барған юғары класс ҡыҙҙарының капрон колготкиҙа ғына булыуы йәки биле асыҡ булған куртка кейеүен күрергә тура килә. Был көҙ-яҙлы ғына түгел, ә ҡышҡыһын да күҙәтелә. Һөҙөмтәлә, ҡыҙҙар иртә йәштән цистит менән яфалана, бөйөр ауырыуҙарына дусар була. Был киләсәктә тулыһынса һаулыҡты ҡаҡшатыуы бар. Ҡыҙҙарға хатта ергә лә түшәк түшәмәйенсә ултырырға ярамауын онотмағыҙ. Ҡышҡыһын артыҡ һығып торған кейемдең тағы ла нығыраҡ зыян килтереүен онотмағыҙ. Колготки, эске кейем синтетик булмаҫҡа тейеш, уларҙың йөйө тәнде бер нисек тә ышҡырға тейеш түгел.

12-14 (ҡайһы саҡта һуңғараҡ) ҡыҙҙарҙың күрем мәле етә. Был хаҡта бала интернеттан уҡып түгел, ә әсә кешенән белергә тейеш. Ҡыҙҙарҙың бар яҡтан да һаҡланып, алама ғәҙәттәргә бирелмәй, иртә енси тормоштан баш тартып йәшәүе уның әсәһе менән мөнәсәбәтенә бәйле. Әгәр әсә ҡыҙының йәшенә ярашлы итеп барыһын да ваҡытында һөйләп-аңлатып бара, ә ҡыҙы әсәһен иң яҡын кешеһе итеп күрә икән, балағыҙ өсөн борсолорға кәрәкмәҫ. Әгәр инде ҡыҙ интернет “тәрбиәһенә” тапшырылған икән, уның ниндәй юлдан китәсәге билдәһеҙ.

Балаңды һаҡлап, үҙеңде онотма!

Студент йылдарында ла “ҡыҙыбыҙ ҙурайҙы инде” тип уның тормошо менән ҡыҙыҡһынмау ауыр эҙемтәләргә килтереүе бар. Ата-әсә һағынан ысҡынған баланың яңылышыуы, алданыуы бар. Был осорға тиклем ҡыҙ балаға иртә енси тормош, аборттың ҡурҡыныс эҙемтәләре тураһында әсәһе аңлатҡан булырға тейеш. Үҙ парын табып, бәхетле тормош ҡорған ҡыҙығыҙҙың тормошонда иһә хакимлыҡ итергә ашыҡмағыҙ. Ул хәҙер үҙе хужабикә, ир ҡатыны. Әсә кешенең бурысы – йәштәргә һиҙҙермәй генә дөрөҫ йүнәлеш биреү, юҡ-барға тоҡанып барған йәштәрҙе тынысландырыу. Ярҙам итәм тип ҡыҙығыҙҙың бар эшен үҙегеҙгә йөкмәү – ҙур хаталаныу. Ейәндәрегеҙҙе тик үҙ ҡарамағыҙға алырға ашыҡмағыҙ. Йәштәр үҙ хата-яңылышыуҙары менән үҙ ғаиләһен – үҙ дәүләтен төҙөй.

Ауырлы ҡатындарҙың ваҡытында табипҡа барып теркәлергә тейеш икәнлеген барыһы ла белә, әммә үтәргә ашыҡмай. Ә бит был бик яуаплы осор. Тейешле анализдар ярҙамында ҡатындың һаулыҡ кимәле билдәләнә, шуға ҡарап уны туғыҙ ай дауамында күҙәтеп барасаҡтар. Буласаҡ әсәгә лә, бала имеҙгән ҡатынға ла инфекция ауырыуҙарынан, көйөү-борсолоуҙарҙан һаҡланыу мөһим. Дөрөҫ туҡланыу, витаминдар ҡабул итеүгә ҙур иғтибар бирегеҙ. Ауырлы саҡта кальций етешмәүҙән тештәр боҙола башлай. Шуға күрә стоматологҡа ваҡытында күренеү мөһим. Кемдер бала тапҡандан һуң күҙе насар күрә башлауға зарлана. Был йәһәттән беҙҙең өләсәйҙәрҙән ҡалған кәрәкле һәм мөһим кәңәш бар – сабыйын тыуҙырып көсәнгәндә ҡатын кеше күҙҙәрен йоморға тейеш. Шулай уҡ үрелгән сәстәрҙе тағатыу бала табыуҙы еңеләйтә, тиҙәр. Был фәнни яҡтан раҫланмаған, әммә быуындан – быуынға күсеп килгән кәңәштәр.

Ҡатын – ҡыҙ нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, мотлаҡ үҙенең һаулығына иғтибарлы булырға тейеш. Бер ерегеҙ ауырмаһа ла йылына бер мәртәбә гинеколог, стоматолог, терапевтҡа күренергә кәрәк. 18 йәштән йылына бер мәртәбә маммологҡа ла күренергә кәрәк. Әгәр түшегеҙ ауыртһа, ауыртмаһа ла, әммә ниндәйҙер төйөн тойолһа, ниҙер аҡһа, шунда уҡ маммологҡа мөрәжәғәт итеү мөһим. 40 йәштән һуң һәр ҡатын мотлаҡ маммография тикшереүе үтергә тейеш. 50 йәштән һуң рак күҙәнәктәренең әҙемләшеүе күҙәтелә. Шуға күрә был йәштән һуң медицина тикшереүҙәренә, табип консультацияларына даими иғтибар бирергә кәрәк. Ырыуҙан ҡалыу (климакс) осорон ауыр үткәргән ҡатындар бар. Был мәлде еңелләштереү өсөн һау тормош алып барыу, күнекмәләр эшләү, яратҡан шөғөлөгөҙ булыуы мотлаҡ.

Шулай итеп, ҡатын – ҡыҙҙың бәхете – бар кешелектең яҡты киләсәге икәнлеген онотмайыҡ. Гүзәл зат вәкилдәренә үҙҙәрен генә түгел, ә ирен, балаларын, яҡындарын, бар тирә-яҡты нурландырыу сифаты бирелгән. Ошо ҡөҙрәтебеҙҙе юғалтмайыҡ, ҡыҙҙар!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Читайте нас: