Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
1 Июнь 2020, 19:50

Баланың теле нисә йәштә асылырға тейеш?

Мөһим һоррауҙарға "Йондоҙло" балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Роза Һөйөндокова яуап бирә.-Аш–һыу бешереү һәм башҡа ҡул эштәре башҡарғанда балаларығыҙ менән һәр ваҡыт аралашырға тырышығыҙ. Бала менән аралашҡанда телмәрегеҙҙә дөрөҫ итеп төҙөлгән һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр ҡулланығыҙ. Һеҙҙең һөйләмегеҙ, баланыҡына ҡарағанда 1-2 һүҙгә оҙонораҡ булһын. Асыҡ һорауҙар бирегеҙ.

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарына “Йондоҙло” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Роза Һөйөндөкова яуап бирә.

- Бала нисә йәшҽндә һөйләшә башларға тҽйҽш?

Телмәр үҫешенҽң нормаһы буйынса бала һүҙҙәрҙе бер йәшендә, һөйләмдәрҙе 1,5 -2 йәшендә әйтә башлай. Өс йәшендә бала үҙенә мөрәжәғәт ителгән телмәрҙе тулыһынса аңларға тейеш. Ә 4-5 йәшендә инде балалар туған телендәге барлыҡ өндәрҙе лә дөрөҫ әйтә.

- Баланың теле асылыуында, асыҡ һәм дөрөҫ һөйләшеүендә ғаилә ниндәй роль уйнай?

- Һис шикһеҙ, ғаилә телмәр үҫешеүендә төп ролде башҡара.

- Баланың яҡшы итеп аралаша башлауына ата-әсә нисек итеп булышлыҡ итә ала?

-Аш–һыу бешереү һәм башҡа ҡул эштәре башҡарғанда балаларығыҙ менән һәр ваҡыт аралашырға тырышығыҙ. Бала менән аралашҡанда телмәрегеҙҙә дөрөҫ итеп төҙөлгән һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр ҡулланығыҙ. Һеҙҙең һөйләмегеҙ, баланыҡына ҡарағанда 1-2 һүҙгә оҙонораҡ булһын.
Асыҡ һорауҙар бирегеҙ. Был баланың яуабында бер – нисә һүҙ ҡулланыуына булышлыҡ итәсәк. Мәҫәлән, “Ул ултырамы?” урынына “Ул ни эшләй?” тигән һорау биреү яҡшыраҡ. Тирә - яҡтағы тауыштарҙы һәм өндәрҙе иғтибар менән тыңлағыҙ. “Был ниндәй тауыш?” тип һорағыҙ (эт өрөүө, елдең иҫеүе, һыуҙың ағыуы, автомобиль моторы һәм башҡалар). Балаға ҙур булмаған әкиәт, хикәйә һөйләгеҙ. Шунан был әкиәтте, хикәйәне һеҙгә һөйләп ишеттереүен һорағыҙ. Артабан һүрәт төшөрөүөн тәҡдим итегеҙ. Телмәр нәҫел буйынса күсмәй. Бала яҡындарының телмәрен үҙләштерә. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

- Өн ҡуйыуҙан тыш логопед тағы ла нисек ярҙам итә ала? Тәү ҡарамаҡҡа өндәрҙе дөрөҫ әйткән баланың логопед ярҙамына мохтаж икәнен нисек билдәләйәсәк?

- Логопҽд телмәр системаһының бар компоненттарын - һүҙ запасын, һөйләмдәрҙең грамматик йәһәттән дөрөҫ төҙөлөшөн, бәйлелеген, дөйөм һәм ваҡ моториканы үҫтерә. Ул дөрөҫ яҙыуға нигҽҙ һала, хәтер һәм иғтибарҙы, аҡыл ҡеүәһен үҫтерә.

-Логопед өйгә биргән эштҽ башҡарыу мөһимме? Яҡшы һөҙөмтә алыу өсөн ата-әсәләр ниндәй эш башҡарырға тҽйеш?

-Бала менән көн һайын, йәки кон аша уйын формаһында шөғөлләнегеҙ. Әкренләп ҡуйылған өндәрҙе көндәлек телмәргә индерегеҙ. Бала менән бергә күҙәтергә, тыңларға өйрәнегеҙ, фекерегеҙҙе аныҡ еткерегеҙ.

Читайте нас: