Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Май 2020, 15:47

Балаларға тәғәйен финанс ярҙамды нисек юлларға?

#ВладимирПутин

Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова балалы ғаиләләргә президент вәғәҙә иткән түләүҙәрҙе нисек алыу тураһында инструкция баҫтырып сығарҙы.
- 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаға пособие
— күпме: айына 4894 һум
— кем алырға хоҡуҡлы: ғаиләнең һәр ағзаһына килем 9804 һумдан түбәнерәк булған, 3-тән 7 йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаилә;
— был сара ҡасандан алып ғәмәлдә: 2020 йылдың 1 ғинуарынан;
— ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: ғаризалар 20 майҙа Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡабул ителә башлай. Бер ниндәй ҙә өҫтәмә белешмәләр һәм мәғлүмәттәр күрһәтергә кәрәкмәй;
- ҡайҙа шылтыратырға: 8(800)7750014 (Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге)
- бер тапҡыр бирелә торған 10000 һум
— кем алырға хоҡуҡлы: килеменең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, 3-тән 15 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаилә;
— был сара ҡасандан алып ғәмәлдә: 2020 йылдың 1 июненән;
— ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Дәүләт хеҙмәттәре сайтындағы яңы posobie16.gosuslugi.ru сервисы аша, күп функциялы үҙәк йәки пенсия фонды.
- ҡайҙа шылтыратырға: Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең «ҡыҙыу бәйләнеше» 8(347)2297136;
- бәлиғ булмаған балаларҙың ата-әсәләренә эшһеҙлек буйынса өҫтәмә пособие
— күпме: һәр балаға айына 3000 һум. Аҡса ата-әсәнең береһенә бирелә;
— кем алырға хоҡуҡлы: 2020 йылдың 1 мартынан эштән бушатылған, эшһеҙ тип танылған һәм 18 йәшкә тиклемге балаһы булған граждандар;
— сараның ғәмәлдә булыу осоро: 2020 йылдың апрель-июне;
— ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: «Работа в России» порталы trudvsem.ru
- ҡайҙа шылтыратырға: 8(347)2180707;
- 3 йәшкә тиклемге балаларға - ай һайын 5000 һум
— кем алырға хоҡуҡлы: килеменең кимәленә ҡарамаҫтан, өс йәшкәсә балаһы булған ғаиләләр;
— сараның ғәмәлдә булыу осоро: 2020 йылдың апрель-июне;
— ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Дәүләт хеҙмәттәре сайты gosuslugi.ru, күп функциялы үҙәк йәки пенсия фонды;
- ҡайҙа шылтыратырға: Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең «ҡыҙыу бәйләнеше» 8(347)2297136;
- баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн пособие
— күпме: айына 7764 һум (Урал коэффициентын иҫәпкә алып);
— кем алырға хоҡуҡлы: йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләп өйҙә ултырған һәм минималь күләмдә пособие алған ата-әсәләр (элек айына 3375 һум);
— был сара ҡасандан алып ғәмәлдә: 2020 йылдың 1 июненән;
— ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: МӨРӘЖӘҒӘТ ТАЛАП ИТЕЛМӘЙ.Пособиеның күләме автоматик рәүештә яңынан иҫәпләнә;
— ҡайҙа шылтыратырға: 8(800)7750014 (Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге).
‼ВАЖНО: в интернете появилось много фальшивых сайтов на получение выплат. Через них мошенники собирают личные данные пользователей а иногда требуют заплатить разного рода комиссии на получение выплат.
Не дайте мошенникам заработать на вас! Все выплаты можно оформить на сайте Госуслуг (gosuslugi.ru), в специальном сервиса Госуслуг (posobie16.gosuslugi.ru) или на сайт Работа в России trudvsem.ru
Читайте нас: