Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
17 Март 2020, 15:50

Күпме пенсия алырыңды алдан белергә мөмкин

Илебеҙҙә 45 йәштән өлкәнерәктәргә буласаҡ пенсиялары күләме тураһында СМС-хәбәрҙәр ебәреләсәк.#национальныепроекты

Илебеҙҙә 45 йәштән өлкәнерәктәргә буласаҡ пенсиялары күләме тураһында СМС-хәбәрҙәр ебәреләсәк. Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы был йәһәттән тейешле закон проекты әҙерләй.
"Известия" яҙғанса, бындай хәбәрҙәр өс йылға бер тапҡыр ебәрелергә тейеш. Белгестәр фекеренсә, шул рәүешле кешеләр пенсияларының сама менән күпме буласағын алдан уҡ белеп, уны арттырыу буйынса ниндәйҙер сара күрә аласаҡ. СМС-хәбәрҙәрҙә шулай уҡ пенсияны исәпләүҙә ҡулланыла торған күрһәткестәр һәм тупланма пенсия күләме тураһында мәғлүмәттәр ҙә сағылыш табасаҡ.
Пенсия фондынан СМС-хәбәрҙәр автоматик рәүештә Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре - gosuslugi.ru - порталы аша кешегә 45 йәш тулғас килә башлаясаҡ. Мәғлүмәттәрҙе бынан тыш Пенсия фонды сайты һәм Пенсия фонды бүлектәре аша алырға мөмкин.
Шулай уҡ закон проектында инвалидлыҡ буйынса пенсияны кешенән ғариза яҙҙырмайынса, бер инстанциянан икенсеһенә йөрөтмәйенсә генә билдәләү тәртибе күҙ уңында тотола.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/K-pme-pensiya-alasa-i-di-belep-torasa-i-169151/
Читайте нас: