Һаҡмар
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Социаль өлкә
11 Март 2020, 12:05

Пенсионерҙар кәмей?

Башстаттың мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостанда 1,190 миллион пенсионер бар. Былтырғыға ҡарағанда уларҙың һаны быйыл кәмегән.

Добавить в предпочтительные источники Google

Башстаттың мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостанда 1,190 миллион пенсионер бар. Былтырғыға ҡарағанда уларҙың һаны быйыл кәмегән – 1,195 кеше булған. Шул уҡ ваҡытта уртаса пенсия күләме артҡан. Бөгөн ул – 14418,7 һум тәшкил итә. Былтыр 13584,8 һум булған.

Страховка пенсияһын 1 миллиондан ашыу кеше ала. Уның күләме – 15301 һум. Инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһын 38,9 мең кеше ала – 9599,4 һум. Ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия 52,9 мең кешегә тәғәйенләнгән. Уның күләме – 10152 һум.

Республиканың 98,1 мең кешеһе дәүләт пенсияһы менән тәьмин ителә. Уның уртаса күләме – 9635,4 һум.