Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Февраль 2020, 16:40

Атайҙарға - миҙалдар!

Был өр яңы награда кемдәргә бирелә?

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы республиканың өлгөлө атайҙарына “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалын тапшырасаҡ. Был өр яңы награда кемдәргә бирелә?

Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалына балалары уҡыуҙа, хеҙмәттә, спортта һәм ижадта юғары уңыштарға өлгәшкән ғаилә башлыҡтарына биреләсәк. Шулай уҡ тәрбиәгә балалар алған, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған һалдаттарҙың атайҙарын да наградалау ҡарала. Уның өсөн атайҙар эшләгән учреждение, ойошма, предприятие етәкселеге тәҡдим менән сығырға тейеш.

Был миҙалға лайыҡ булыусыларҙы 24 июндә, Атайҙар көнө билдәләгәндә бүләкләйәсәктәр.

Читайте нас: