Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Февраль 2020, 19:10

Әсәлек капиталын алыу ябайлаша

Рәсәй Хөкүмәте Әсәлек (ғаилә) капиталын юллау тәртибен ябайлаштырырға уйлай. Уны бала табыу йортонда уҡ алып сығыу мөмкинлеге буласаҡ. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

Рәсәй Хөкүмәте Әсәлек (ғаилә) капиталын юллау тәртибен ябайлаштырырға уйлай. Уны бала табыу йортонда уҡ алып сығыу мөмкинлеге буласаҡ. РФ Финанс министры Антон Силуанов Беренсе каналдың “Ғәҙеллеккә хоҡуҡ” тапшырыуында ошо хаҡта белдерҙе.

“Уны юллауға бик күп документтар тултырырға кәрәк. Хәҙер иһә уның өсөн бала табыу йортона ингән саҡта биргән мәғлүмәттәр ҙә етә”, - ти ул. Шулай итеп бәпәй тапҡан әсә бала табыу йортонан сыҡҡан ваҡытта уҡ ҡулына Әсәлек (ғаилә) капиталы сертификатын алып сығыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Читайте нас: