Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Февраль 2020, 14:30

"Йондоҙло"ла осрашыу

Юлдарҙа балаларҙың йәрәхәтләнеүен кәметеү, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында һәм хәрби-патриотлыҡ тәрбиә биреү айлығы сиктәрендә ҡаланың “Йондоҙло” балалар баҡсаһында Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса ЮХХДИ инспекторы Радик Хәсәнов менән осрашыу үтте. Унда мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты

Юлдарҙа балаларҙың йәрәхәтләнеүен кәметеү, уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында һәм хәрби-патриотлыҡ тәрбиә биреү айлығы сиктәрендә ҡаланың “Йондоҙло” балалар баҡсаһында Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса ЮХХДИ инспекторы Радик Хәсәнов менән осрашыу үтте. Унда мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты.

Радик Ибраһим улы юл хәрәкәте ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Юлдарҙа һәм урамда, светофор сигналы аша юлдарҙы үткәндә үҙеңде тотоу тәртибе тураһында әңгәмә ҡорҙо. Һуңынан белемдәрҙе тикшереү маҡсатында, балаларҙан кескәй генә һорау алыуҙар үткәрҙе.

Осрашыу һуңында балаларға яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы таҫмалар таратылды.


Читайте нас: