-8 °С
Болотло
“Демография” милли проекты сиктәрендә республикала ҙур эштәр башланды. Шуларҙың береһе - “Ғүмер бүләк ит” программаһы. Ул Башҡортостанда тыуымды арттырыу һәм аборттар һанын кәметеү маҡсатында ҡабул ителгән. Программа 2020 – 2024 йылдарға ҡаралған.
Уны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынанйыл һайын бишәр миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ул сумманан врач-гинекологтарға премия булараҡ та түләү ҡаралған. Аборт яһатыуҙан баш тартырға өгөтләй алған һәр осраҡ өсөн врач-гинекологҡа 5 мең һум аҡса түләнәсәк.