Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Ғинуар 2020, 14:10

Ҡоймаң ниндәй? Матурмы?

Башҡортостанда Тораҡ пункттар эстетикаһы йылының тәүге маҡсаттарының береһе – Бөйөк Еңеүһең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылауға әҙерлек алып барыу. Бынан тыш быйыл Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Тимәк, алда тотош республикала береһенән-береһе мөһимерәк саралар ойошторолоуы көтөлә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты;

Башҡортостанда Тораҡ пункттар эстетикаһы йылының тәүге маҡсаттарының береһе – Бөйөк Еңеүһең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылауға әҙерлек алып барыу. Йәғни 9 майға тиклем бөтә республикала тәртип һәм таҙалыҡ булдырыу бурысы ҡуйыла. Бынан тыш быйыл Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Тимәк, алда тотош республикала береһенән-береһе мөһимерәк саралар ойошторолоуы көтөлә.

Муниципаль һәм шәхси предприятиелар биләмәләрҙе лә тәртипкә килтереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү мотлаҡ. Барлыҡ бындай сараларҙы урында етештерелгән төҙөлөш материалдарын ҡулланыу бик тә отошло буласаҡ. Уларға бәләкәй архитектура формалары, шаҡмаҡлап ҡырҡылған ваҡ таш, бордюрҙар, плитка, резина япма, яҡтыртҡыстар ингән каталог әҙер. Республикала феврал айында тап ошо төҙөлөш материалдарынан торған ҙур күргәҙмә ойошторолоуы көтөлә.

Ҡомаларҙы иһә милли колоритҡа бәйләп төҙөкләндереү бик тә урынлы буласаҡ. Бөгөн ниндәй генә төҙөлөш материалдары юҡ. Уларҙың һәр береһе менән йәшәгән төбәкте йәйғорҙар төҫөнә биҙәргә мөмкин. Тимәк, еңдәрҙе һыҙғаныр мәл яҡынлаша. Алда торған матур байрамдарҙы лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнәйек.

Читайте нас: