Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Ғинуар 2020, 11:50

Ҡайҙа күберәк өйләнешәләр һәм айырылышалар?

Уҙған йылда республикала 25064 пар никахҡа торған, шул уҡ ваҡытта 15414 ғаилә тарҡалған. Был тәңгәлдә Баймаҡта хәлдәр нисек? Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты;

Уҙған йылда республикала 25064 пар никахҡа торған, шул уҡ ваҡытта 15414 ғаилә тарҡалған.

Асҡын, Балтас, Ғафури, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Краснокама, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Саҡмағош, Шишмә райондарында, Баймаҡ ҡалаһы һәм районында, Бәләбәй ҡалаһы һәм районында, Дүртөйлө ҡалаһы һәм районында, Межгорье, Нефтекама, Сибай һәм Өфө ҡалаһының Дим, Ленин, Октябрь, Орджоникидзе райондарында былтырғыға ҡарағанда законлы никахҡа тороусылар һаны артҡан. Бөрйән, Ауырғаҙы, Балтас, Бишбүләк, Бүздәк, Борай, Дыуан, Ейәнсура, Иглин, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Мишкә, Нуриман, Стәрлебаш, Федоровка райондарында, Баймаҡ ҡалаһы һәм районында, Бәләбәй ҡалаһы һәм районында, Бөрө ҡалаһы һәм районында, Благовещенск ҡалаһы һәм районында, Мәләүез ҡалаһы һәм районында, Ағиҙел, Күмертау, Межгорье, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаһының Калинин, Ленин райондарында никах тарҡалыу кәмегән.

Был статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Баймаҡ ҡалаһы һәм районында күрһәткестәр яҡшы кимәлдә: ғаилә ҡороусылар артҡан, никах тарҡалыу кәмегән.

Читайте нас: