+16 °С
Болотло
Ишбирҙе ауыл китапханасыһы Гөлфиә Тләүсина оло йәштәгеләр менән генә түгел, ә мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған. Әҙәби кисәләр, яҙыусылар менән осрашыу, яңы китаптар менән танышыу кеүек саралар бында даими уҙып тора. Ошо көндәрҙә китапханасы бәләкәстәр менән “Аҡбуҙат”та ҡунаҡта” тип аталған кисә ойошторҙо. Гөлфиә Мәһәҙей ҡыҙы кескәйҙәргә журналда баҫылған ҡыҙыҡлы әкиәттәрҙе уҡып ишеттерҙе, йомаҡтар “ҡойҙо”, ундағы матур, сағыу һүрәттәр буйынса әңгәмә ҡорҙо. Бындай осрашыуҙан балалар бик тә ҡәнәғәт ҡалды.