-5 °С
Болотло
Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса ЗАГС дәүләт комитеты бүлектәренән алынған мәғлүмәт буйынса, 2019 йылда республикала 42385 сабыйҙың тыуыуы тураһында акт теркәлгән. Шуларҙың 21680 – ҡыҙ. Иң күп бала Өфө ҡалаһының Киров районында тыуған – 2883.
2019 йылда 15448 сабый ғаиләлә беренсе бала булып донъяға ауыз һалған. Былтыр 480 игеҙәк бала тыуған. Шулай уҡ 8 парҙың бер юлы өс бәпәйе донъяға килгән.
Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, былтыр 604 бала, шул иҫәптән 3 игеҙәк сабый тыуған.