“Демография” милли проектының “Башҡортостан Республикаһы граждандарын сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү системаһын формалаштырыу, сәләмәт туҡланыу һәм зыянлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу” төбәк проектына ярашлы, республиканың төрлө ҡалаларында “Һөт кухняһы” асылды. Бындай ҡыуаныслы хәл, ниһайәт, Баймаҡҡа ла килеп етте. Бөгөн ҡаланың Салауат Юлаев проспектының 33-сө йортонда “Һөт ашамлыҡтары” пункты эшләй башланы. Әлегә барлыҡ һөт, эремсек, ҡатыҡ, йогурттар Стәрлетамаҡ һәм Белорет ҡалаларында етештерелгән фабрика-кухняһынан алына. Бында шулай уҡ ҡоро һәм махсус ҡатнашмалар, бутҡалар ҙа буласаҡ.
Һөт кухняһы ризыҡтары менән уртаса килем йәшәү минимумынан аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән алты айҙан өс йәшкәсә тиклем балаларға бушлай бирелә. Шулай уҡ уларҙы үҙҡиммәтенә һатып алыу мөмкинлеге лә бар. Йәғни, теләгән һәр кем үҙебеҙҙең республикала етештерелгән сифатлы, экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡтары менән туҡлана аласаҡ.
- Бөгөн ошондай уҡ “Һөт ашамлыҡтары” пункты Сибай ҡалаһында ла асылды, - тине “Һөт кухняһы” автономлы дәүләт учреждениеһы директоры Эльдар Сәйғәфәров. - Халыҡ был яңылыҡты бик хуплап, ҡыуанып ҡаршы ала. Бөгөн Сибай ҡалаһында һөт ризыҡтарын етештереү цехын асыу буйынса һуңғы саралар бара. Яҡын арала ул эшләй башлаясаҡ. Ул сағында һөт ризыҡтары Сибай ҡалаһынан килтереләсәк.
Баймаҡта ла “Һөт ашамлыҡтары” пункты асылды. Ысынлап та был ҙур дәүләт ярҙамы ишле һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн бик тә кәрәкле сараларҙың береһе.
Фекерҙәр:
- Ғаиләбеҙҙә 5 бала тәрбиәләнә, - тине Баймаҡтан Резеда Назарова. - Өлкәндәрен үҫтергәндә бындай шарттар булманы. Әле бәләкәс Гөлназ ҡыҙыма 1 йәш тә 2 ай. Кисә шылтыратып, документтар юлларға кәрәклеген хәбәр иткәстәр, шатлығымдың сиге булманы. Шундай ҙур дәүләт ярҙамы күрһәткәндәре өсөн барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм.
- Ғаиләбеҙҙә өс бала, - тине Розалия Аҡҡужина. - Был дәүләт ярҙамы беҙҙең кеүек күп балалы ғаиләләргә бик тә урынлы. Дегустация ваҡытында тәмләп ҡараған эремсек, ҡатыҡ, һөт тә бик тәмле. Ауыл ризығы кеүек.