Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Ғинуар 2020, 11:30

Ер бүлеменең аҡсаға әйләнеүе ихтимал

ғаиләлә өсөнсө бала тыуғанда шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай бирелергә тейешле ер бүлеме аҡсаға әйләндерелеүе ихтимал. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғаиләлә өсөнсө бала тыуғанда шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай бирелергә тейешле ер бүлеме аҡсаға әйләндерелеүе ихтимал. Бөгөн ошо тәңгәлдә махсус программа әҙерләнә. Ул республикала демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер сара булып торасаҡ. Проект дүрт бүлектән торасаҡ. Тәүгеһе йәш ғаиләләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү, экстракорпораль аталандырыу алымын камиллаштырыу, аборттарҙы кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Миграция мәсьәләһе лә айырым бүлектә ҡараласаҡ. Шулай уҡ йәш ғаиләләргә уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләһен хәл итеү ҙә күҙ уңында тотола. Программала ҡаралған барлыҡ бурыстарҙы атҡарып сығыу өсөн, әлбиттә, беренсе сиратта торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Шунлыҡтан тап ошо йүнәлешкә айырым иғтибар биреләсәк. Был тәңгәлдәге барлыҡ яңылыҡтар менән дә халыҡты таныштырыу бурысы ҡуйыла.

Читайте нас: