Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Ғинуар 2020, 18:01

Фольклориадаға әҙерлек башланды

18 июлдән 1 авгусҡа тиклем барасаҡ Мәҙәни Олимпиада булараҡ ойошторолған сараға 80-гә яҡын илдән өс меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә. Ҡунаҡтарҙың Баймаҡҡа ла килеүе көтөлә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Быйыл республикала ҙур мөһим сараның уҙыуы көтөлә. 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем барасаҡ Мәҙәни Олимпиада булараҡ ойошторолған сараға 80-гә яҡын илдән өс меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә. Республика әлегә шартлы рәүештә 9 фестиваль округына бүленгән. Район һәм ҡалаларҙа 70 майҙансыҡ әҙерләнә. Концерттар ҡуйыласаҡ, шулай уҡ күргәҙмә, йәрминкәләр ойоштороласаҡ, милли уйындар үткәреләсәк.

Ҡунаҡтарҙың Баймаҡ еренә лә килеүе көтөлә. Фольклориаданы ҡабул итеү оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ икәнен иҫәпкә алғанда, бындай мөһим сараға бөгөндән әҙерлек талап ителә.

Читайте нас: