Өс һәм унан да күберәк балиғ булмаған балалы ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләгәндәр, ауыл ерендә йәшәгән һәм урман тармағында эшләгән 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәр йорт төҙөү өсөн ағас әҙерләгәндә өҫтөнлөк менән файҙалана ала. Был хаҡта Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 12-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Закон ҡабул итте, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Ташламаға хоҡуғы булған граждандарға ағас тәү сиратта биреләсәк. Ләкин уларҙың шәхси хужалыҡ өсөн тәғәйенләнгән ер бүлеме булыуы мотлаҡ.
Нормативтарға ярашлы, граждандарға торлаҡ йорт төҙөү өсөн 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр, торлаҡ йортто ремонтлауға биш йылға бер тапҡыр 25 кубометрға тиклем, йорт-ҡаралты төҙөүгә биш йылға 50 кубометрға тиклем, йорт-ҡаралтыны ремонтлауға өс йылға 15 кубометр, йылытыу өсөн йылына 20 кубометрға тиклем ағас ҡаралған.