Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Декабрь 2019, 16:55

Пенсионерҙарға штраф?!

Бөгөн хаҡлы ялдағыларҙың күбеһе пенсияға сыҡҡас та эшләргә тырыша. Өҫтәмә килем бер ваҡытта ла артыҡ түгел. Ҡайһылары рәсми рәүештә, бәғзеләре килешеү нигеҙендә. Әле бөгөн уларҙың килеме менән һалым органдары ҡыҙыҡһына башлаған. Хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлһә - 120 мең күләмендәй штраф һалынасаҡ. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн хаҡлы ялдағыларҙың күбеһе пенсияға сыҡҡас та эшләргә тырыша. Өҫтәмә килем бер ваҡытта ла артыҡ түгел. Ҡайһылары рәсми рәүештә, бәғзеләре килешеү нигеҙендә. Әле бөгөн уларҙың килеме менән һалым органдары ҡыҙыҡһына башлаған. Хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлһә - штраф һалынасаҡ.

Бында рәсми эшләмәгән пенсионерҙарға борсолорға урын бар. Кемдер индексация менән бергә пенсия һәм өҫтәмә түләүҙәр алһа, бынан тыш ҡайҙалыр һалым түләмәй генә эшләһә был - мутлыҡ тип һанала. Йәғни, уларға 120 мең һум күмәлендәй штраф һалыныуы ихтимал.

Хаҡлы ялдағылар үҙҙәренең килемдәре тураһында мәғлүмәт биреп барырға тейеш. Шул осраҡта улар эшләүсе пенсионерҙар, тип һанала. Рәсәй Хаҡлы ялдағылар союзы рәйесе урынбаҫары Людмила Пескунова бындай яңылыҡты индереүгә ризалыҡ белдергән һәм закон мотлаҡ үтәлергә тейеш, тип иҫәпләй.

Читайте нас: