-4 °С
Болотло
РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы РФ Хөкүмәтенең закон проекттары эшмәкәрлеге комиссияһына социаль йүнәлештәге ике закон проекты тәҡдим иткән.
Уның береһендә пенсия аҡсаһынан бурыстарҙы тотоп ҡалыуҙы тыйыу тураһында һүҙ бара. Ә иенсеһендә - хеҙмәт хаҡынан бурыс тотолоп ҡалғанда йәшәү минимумы күләмендә аҡса хужаһында ҡалырға тейеш.
Әлеге ваҡытта граждандың төп килеме булып һаналған пенсиянан кредит, коммуналь түләүҙәр һәм штраф бурыстары тотоп ҡалына. Социаль түләүҙәргә тейергә ярамай. Закон проекты ҡабул ителгән осраҡта, ҡағылғыһыҙ килемгә ҡартлыҡ, инвалидлыҡ буйынса, дәүләт, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм хәрбиҙәрҙең пенсиялары инәсәк. РФ Хөкүмәте был закондарҙы ҡабул итер, тип ышанабыҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.