Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Декабрь 2019, 17:20

Бәхетле ғаиләләр арта

Бөгөн район хакимиәтендә тағы ла 12 бәхетле ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бәйле дәүләт ярҙамы алып һөйөндө. Йәш ғаиләләргә республика программаһына ярашлы сертификаттар тапшырылды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн район хакимиәтендә тағы ла 12 бәхетле ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бәйле дәүләт ярҙамы алып һөйөндө. Йәш ғаиләләргә республика программаһына ярашлы сертификаттар тапшырылды.

- Шуныһы ҡыуаныслы – ниндәй генә иҡтисади ауырлыҡтар тыумаһын, Хөкүмәт үҙ өҫтөнә алған бурыстарҙы үтәй, - тине район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев уларҙы ҡотлап. - 2007 йылдан алып райондың 178 ғаиләһенә ошо программа буйынса ярҙам күрһәтелгән. Йорттарығыҙҙа бала тауыштары тынмаһын, шатлыҡ-ҡыуаныста йәшәгеҙ.

Бөгөнгө тантаналағы бәхетле ғаиләләрҙең береһе - Гөлфиә һәм Наил Раймановтар. Улар 2 бала тәрбиәләй. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программаһында ҡатнашыу өсөн 2013 йылда документ тапшырғандар. Алты йылдан һуң ғына уларҙың хыялы тормошҡа ашты. “Өмөттө өҙә лә башлағайныҡ инде. Хөкүмәтебеҙ тарафынан был сертификатты Яңы йыл бүләге итеп ҡабул иттек. БР Башлығы Радий Хәбировҡа, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа һәм хакимиәттең белгестәренә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ”, - тине улар тантанала ҡатнашыусылар исеменән һүҙ алып.

ЛИЛИӘ ТАКАЕВА.

Автор фотолары.

Читайте нас: