Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
15 Август 2019, 18:07
Страховка 25 процентҡа арта
Ауыл хужалығында 30 йылдан да кәмерәк эшләмәгән, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған һәм ауыл ерендә йәшәгән пенсионерҙар страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙе 25% арттырыу хоҡуғына эйә.
Июнь аҙағында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса страховка пенсияһына арттырылған түләүгә хоҡуҡ биргән ауыл хужалығы һөнәрҙәре һәм производстволары исемлеге киңәйтелде. Уны ауыл хужалығы техникаһын һәм етештереү ҡорамалдарын хеҙмәтләндереү, йүнәтеү, шул иҫәптән ауыл хужалығының етештереү объекттарын һаҡлау менән бәйле һөнәрҙәр тулыландырҙы. Бынан тыш, исемлеккә ауыл хужалығы тауарҙарын етештергән шәхси эшҡыуарҙар индерелде.
Ошо өҫтәмәләргә бәйле Пенсия фонды идаралыҡтарында пенсия түләү эштәре материалдары буйынса 2019 йылдың 1 ғинуарынан түләүҙе ғаризаһыҙ арттырыу мөмкин булған кешеләрҙе асыҡлау эше башҡарылды. Пенсионер теләһә ниндәй ваҡытта арттырылған түләүгә хоҡуғын раҫлаған өҫтәмә документтар тапшырырға мөмкин. 2019 йылдың аҙағына тиклем мөрәжәғәт иткәндә ҡабаттан иҫәпләү эштәре ошо йылдың 1 ғинуарынан башҡарыла.
Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин