Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Май 2019, 18:16

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ

“Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, Күңелдәр йырлап торһон!..”шулай йырлап ҡаршы алды ишбирҙеләр

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәнис Әминев һәм уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина Сәйғәфәр, Йылым, Ишбирҙе ауылдарында булып, халыҡ менән осрашты.
Сәйғәфәр ауылында халыҡ мәктәптә ҡаршы алды. Һуңынан “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһына ярашлы асылған “Һаҡмар” кооперативының эшмәкәрлеге менән танышты. Бында етештергән ярымфабрикаттар бөгөн 8 магазинға һатыуға сығарыла. Киләсәктә улар Баймаҡ һәм Сибай сауҙа нөктәләрендә лә оҙатыласаҡ. Бөгөн һөйләшеүҙәр алып барыла.
Йылым ауылы абруйлы ҡунаҡтарҙы күптән түгел асылған “Мин яратам Йылым” арт-объекты эргәһендә ҡаршы алды. Ул күптән түгел ситтә йәшәгән ауылдаштарының көсө менән ҡалҡып сыҡҡан. Йылымдар: “Беҙҙең девиз - сәләмәт тормош алып барыу”, - тип белдерҙе. Ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүселәре үҙенсәлекле тамаша, йыр-бейеүҙәре менән һөйөндөрҙө. Гөлнур Ҡолһарина тыл һәм хеҙмәт ветераны Гөлсөм Рәхмәтуллинаға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың 9 Май менән ҡотлап яҙған хатын тапшырҙы. Ул инәйҙе үҙенең бүләктәре менән дә һөйөндөрҙө. Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Гөлшат Иҫәндәүләтова ла изге теләктәрен еткереп, күстәнәстәрен бирҙе. Байрамға килгән уҡыусылар ҙа, кескәйҙәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы – Гөлнур Ҡолһарина китаптар һәм күстәнәстәр тапшырҙы.
Ишбирҙеләр иһә ҡунаҡтарҙы ауыл ҡапҡаһында уҡ матур йыр-моңдары менән ҡаршы алды. Бында иһә беҙҙе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән барлыҡҡа килгән өр-яңы аллея көтә ине. Уны кәртәләп алыуҙа Баймаҡ урман сәнәғәтселәре союзы ағзалары Рәмил Иҫәндәүләтов, Уран Латыпов ярҙам күрһәткән. Ҡунаҡтар ауыл халҡы менән берлектә “Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит” акцияһында ҡатнашып, ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Ошонда уҡ быйыл мәктәпте тамамлаясаҡ 9-сы класс уҡыусыларының да аллеяһы ҡалҡып сыҡты. Улар ата-әсәләре менән төрлө ағастар ултыртты.
Артабан урамды йәйәүләп үтеп, халыҡ менән осрашыу үтте. Мәктәп, балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге менән таныштылар. Иң ныҡ ғәжәпләндергәне фельдшер-акушерлыҡ пункты ине. Күптән инде иҫкергән бинаға ремонт түгел, ә уның яңыһын төҙөп ултыртыуҙы талап итә. Ҡышҡыһын бында һауа температураһы 6-7 градус һыуыҡтан артыҡ күтәрелмәй. Шундай шарттарҙа ла Гиппократ антына тоғро ҡалған фельдшерҙар Файза Хәсәнова, Зөмәрә Халиҡованы халыҡ бында фәрештә урынына күрә. Улар өсөн көн дә, төн дә, ял да, байрам да юҡ. Күпме кеше ғүмерен һаҡлап ҡалғанындарын Хоҙай Тәғәлә үҙе генә белә.

- Беҙҙең хәлде аңлап, һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырышҡан үҙәк ҡала дауаханаһы коллективына рәхмәт белдерәбеҙ, - тине Файза Хәсәнова. - Кире осраҡта, бындай шарттарҙа эшләүе тағы ла ауырға төшөр ине.

Артабан тыл һәм хеҙмәт ветерандары Миҙхәт Иҙелбаев, Ибраһим Хәсәнов, Мәстүрә Моратова, Дәүләтгәрәй Тулыбаевтарҙың өйҙәрендә булып, БР Башлығының Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлап яҙған хаты һәм Гөлнур Ҡолһарина әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Юлиә Кәйекбирҙина, фельдшер Зилә Уразбаевалар уларҙың сәләмәтлектәре менән ҡыҙыҡһынды.
Артабан осрашыу урындағы мәсеттә дауам итте. Гөлнур Ҡолһарина ауыл халҡын Ураҙа байрамы уңайы менән салдырған ҡорбан ашы менән һыйланы, ауыҙ астырҙы, аят бағышлатты.

Халыҡ менән осрашыу урындағы ауыл клубында барҙы. Унда был тарафтарҙың “һаҡаллы” проблемалары күтәрелде.
- Баймаҡ – Ишбирҙе юлы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, кәрәҙле элемтә – быларҙың барыһы буйынса ла һөйләшеүҙәр алып барыла, - тине Фәнис Әминев. - Уларҙы хәл итергә тырышасаҡбыҙ.

Ауыл халҡын бында тағы ла бер күңелле ваҡиға көтә ине – Уран Латыпов музыкаль үҙәк бүләк итеп, ауылда йәшәргә ҡалырға теләк белдергән бер ғаиләгә үҙ хаҡына өйлөк ағас бирергә вәғәҙәләне.
Артабан сәхнәлә ауыл Советы депутаты Шәкир Дәүләткилдиндың “Ҡарағаслы морон” округының бай йөкмәткеле концерты дауам итте. Өс сәғәткә яҡын барған сара йыр-моңға, бейеүҙәргә, күңелле минуттарға бай булды.


Концертты Ләйсән Дәүләткилдина бик тә ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Ағалы-ҡустылы Ғилман һәм Рөстәм Дәүләткилдиндар, аталы-уллы Фәрит һәм Нурбулат Вәлиевтар дәртле йырҙары менән һөйөндөрһә, Миләүшә Дәүләткилдина матур шиғыры менән ҡыуандырҙы. Илназ Тулыбаевтың гитарала уйнап йырлауын бөтәһе лә ихлас ҡабул итте. Ә инде ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йырҙарын, бейеүҙәрен тыныс ҡына ҡарап ултырыу мөмкин түгел ине.

Ишбирҙеләр эшләй ҙә, ял да итә белә. Эшләгәндә лә, ял иткәндә лә уларҙың бергә һәм берҙәм булыуҙары һөйөндөрә.
Читайте нас: