Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Ғинуар 2019, 17:12

Һәр йортҡа – янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма

Йыл башынан янғындан һәләк булғандарҙың һаны бихисап. Был ҡазанан һаҡланыу өсөн ни бары кәрәкле прибор алып ҡуйыу ҙа етә. Был турала сайттан уҡығыҙ.

Йыл башланып ҡына тора, ә Баймаҡта янғындан 5 кешенең ғүмере өҙөлдө лә инде. Бик аяныслы. Был ҡорбандарҙы булдырмаҫҡа мөмкин инеме? Бәлки, мөмкин дә булыр ине.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, янғындар башлыса төнөн йәки таң алдынан сыға. Былтыр районда 96 янғын булған. Ут башлыса торлаҡ йорттарҙа сыҡҡан. Сәбәптәре төрлөсә. Ләкин күбеһе ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә бәйле. Һәм улар, әлбиттә, кешенең ғәмһеҙлегенә, битарафлығына бәйле.

Бөгөн, ысынлап та, хәүефһеҙлек көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Шунлыҡтан был тәңгәлдәге сараларҙы даими алып барыу мөһим. Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан 114-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә беҙгә лә “Торлаҡ” рейдтарында ҡатнашырға тура килә. Кемдер ҡыуанып ҡаршы алһа, араларында өйҙәренә лә индермәй, кире бороп сығарғандары ла бар. Рейд барышында күргәндәр беҙҙе бик үк һөйөндөрмәй. Бер-береһенә ялғанып, асыҡ ҡалдырылған электр сымдарын, емерелеп барған мейестәрҙе күреп, был йорт хужаларын Хоҙай Тәғәлә үҙе генә һаҡлап торалыр инде, тип ҡуяһың. Ни өсөндөр улар, бәлә мине урап үтер, тигән хата фекер менән йәшәй. Ә ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре үк йүгереп йөрөп хәүефһеҙлек талап тарының үтәлешен тикшертә.

– Профилактика саралары йыл дауамында бара, – тине район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса сектор мөдире Йомабай Йәғәфәров. – Районда яҙлы-көҙлө “Торлаҡ” операцияһы иғлан ителә. Янғын һүндереүселәр, ауыл хакимиәттәре белгестәре даими рәүештә йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешен ҡарай. Йыш ҡына электр селтәрҙәренең иҫке булыуын, мейестәрҙе файҙаланыу талаптарының үтәлмәүен күҙәтергә тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең тәҡдимдәргә һәм кәңәштәргә “ҡолаҡ һалмаусылар” ҙа етерлек. Был иһә янғын сығыуға килтерә. Кеше башлыса уттан түгел, ә һөрөм еҫенән һәләк була. Уның өсөн үлемесле, ағыулы һауаны бер нисә тапҡыр тын алыу ҙа етә. Алкоголле эсемлектән иҫергән кешеләр янғын сыҡҡанда уҡ һөрөмдән ағыуланған була. Сөнки күп осраҡта улар еҫте тоймай.

Бөгөн районда ғына түгел, ә тотош илдә хәүефһеҙлек сараларын даими тикшереү бурысы йөкмәтелә. Үҙебеҙҙе, ғаиләбеҙҙе, ғүмер буйы йыйған мөлкәтебеҙҙе һаҡлау сараһы булған осраҡта ни өсөн ундай мөмкинлекте файҙаланмаҫҡа? Шуларҙың береһе – өйҙәргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйыу.

БР Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 2016 йылдан алып ауыл биләмәһе хакимиәттәре тарафынан бирелгән исемлек буйынса яңғыҙ йәшәгән ололарға, бәлиғ булмаған сабыйҙар тәрбиәләгән күп балалы, социаль яҡтан хәүефле һаналған ғаиләләргә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар бушлай бирелде. Шулай уҡ 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып бәпестәре тыуған ғаиләләргә лә бүләк ителә. Әле кемдәр алып өлгөрмәгән, йәшәгән урындары буйынса ауыл биләмәләре хакимиәттәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризаны шулай уҡ район хакимиәтенең ЗАГС бүлегендә лә ҡалдырырға мөмкин.

Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы үҙегеҙгә лә һатып алып ҡуйырға тәҡдим ителә. Хаҡтары юғары түгел. 200 һумдан башлана. Ләкин иң арзандарына бик үк ышаныс белдермәҫкә кәңәш ителә. Ҡоролмаларҙы һатып алғанда сертификаттарҙың булыу-булмауын тикшерергә кәрәк. Бөгөн уларҙы Баймаҡ ҡалаһындағы “Посейдон”, “Техномаркет”, Сибайҙа Лермонтов урамы, 1-се “а” магазиндарынан алырға мөмкин. Ҡоролмаларҙы һәр кем үҙҙәре алып ҡуя ала. Бары тик даими рәүештә уларҙағы батарейкаларҙы тикшереп торорға кәрәк. Көнө-төнө эшләп торғанлыҡтан, уларҙың көсө бик тиҙ бөтөүе ихтимал. Янғын сыҡҡан осраҡта, ҡоролмалар кешене уятырлыҡ көслө тауыш бирә. Ләкин уларҙы аш-һыу, йыуынып сығыу бүлмәләренән алыҫыраҡ ҡуйырға кәңәш ителә. Юғиһә, ризыҡ бешергән еҫкә лә сигнал биреүе ихтимал.

Үрҙә әйтеп кителгәндәргә йомғаҡ яһап, район хакимиәте тарафынан “Һәр йортҡа – янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма” акцияһы иғлан ителде. Ҡайһы ауыл биләмәһе беренселәрҙән булып йорттарҙа янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы урынлаштырыу эштәрен тамамлар? Был акцияны ауыл биләмәһе хакимиәттәре, урындағы йәмәғәт ойошмалары, депутаттар, ойошма, предприятие, учреждение етәкселәре күтәреп алыр, тип ышанабыҙ. Акция барышын гәзитебеҙҙә яҡтыртып барасаҡбыҙ.
Читайте нас: