Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
3 Июль 2018, 16:28

Инвалидлыҡ төркөмө нисек билдәләнә?

“Башҡортостан Республикаһы буйынса медицина-социаль экспертиза баш бюроһы” федераль ҡаҙна учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, РФ Хөкүмәтенең 2018 йылдың 29 мартында ҡабул ителгән 339-сы ҡарарына ярашлы, 2018 йылдың 29 мартынан граждандар өсөн медицина-социаль экспертизаһы үтеү талаптары еңелләштерелде.

Был ҡарар 2018 йылдың 14 апреленән үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы физик мөмкинлеге сикләнгән граждандарға бер тапҡыр мөрәжәғәт иткәндән һуң кисектерелгән ваҡытҡа (бессрочный) инвалидлыҡ билдәләү мөмкинлектәре асыҡланды. Яңы исемлеккә хромосом анамалия, шул иҫәптән Дауна синдромы, балаларҙың фенилкетонурияһы, һуҡырлыҡ, һаңғраулыҡ, ишетмәгән һәм һаңғраулыҡ, балаларҙың церебраль параличы (ДЦП) һ.б. инә.
Ҡарарҙа “инвалид-бала” категорияһын 1, 2, 5 йылға йәки балаға 14 йәки 18 йәше тулғанға тиклем биреү тәртибе аныҡ күрһәтелгән. Әгәр ҙә быға ҡәҙәр инвалидлыҡ төркөмө яман шеш һәм лейкоз менән ауырығандарға ғына бирелһә, хәҙер сколиоз, аутизм һәм башҡа ауырыуҙар булған осраҡта ла бирелә.
Ҡағиҙәнең I һәм II бүлектәрендә ҡаралғанса, организмда булған морфологик үҙгәрештәр, органдарҙың функцияһы һәм организм системаһы боҙолған балаларға “инвалид-бала” категорияһы 14 йәки 18 йәше тулғанға тиклем 5 йылға бирелә.
Ҡағиҙәнең III бүлегенә ярашлы, төҙәтә алмаҫлыҡ морфологик үҙгәрештәр, органдарҙың функцияһы һәм организм системаһы боҙолған осраҡта һәм беренсе тапҡыр мөрәжәғәт иткәндәргә инвалидлыҡ төркөмө сикләнмәгән ваҡытҡа бирелә, ә 18 йәше тулмағандарға 18 йәше тулғанға тиклем “инвалид бала” категорияһы бирелә.
Алыҫ, транспорт инфраструктураһы ҡатмарлы булған йәки ауырыуҙы транспортировкалау мөмкин булмаған осраҡта уларҙың һаулығы буйынса медицина тикшереүе ситтән (заочно) тороп баһалана.
Граждандар медицина-социаль экспертиза бюроһына инвалидтарҙы шәхси реабилитациялау программаһын корректировкалау һәм эшкәртеү мәсьәләһе буйынса ла мөрәжәғәт итә. Уларҙы башлыса быға тиклем билдәләнгән инвалидлылыҡ төркөмөн ҡайтанан ҡарауҙы, “инвалид бала” категорияһын билдәләү, “инвалидлыҡ”тың ваҡытын билдәләү кеүек мәсьәләләр борсой.
Баланың буйы, кәүҙә ауырлығы артыуы тураһындағы өҫтәмә мәғлүмәттәр булған осраҡта ла реаблитациялауҙың яңы программаһын төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Быға ҡәҙәр тәҡдим ителгән реабилитациялауҙың яңы техник сараларын корректировкалау мөһимлеге килеп тыуыуы ихтимал. Үҙгәрештәр шулай уҡ реаблитациялауҙың яңы сараларына һәм өҫтәмә техник сараларына ла ҡағылыуы ихтимал.

Лилиә Такаева
әҙерләне.

Читайте нас: