Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
15 Ноябрь 2016, 18:43

Өлгөрөп ҡалығыҙ!

30 ноябрҙә әсәлек (ғаилә) капиталынан 25 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе, йәки унан әҙерәк ҡалған сумманы алыуға ғариза биреү ваҡыты тамамлана. Бының өсөн Рәсәй Пенсия фонды идаралығы сайты аша электрон формала ғариза бирергә мөмкин: pfrf.ru. Электрон форма аша ғариза биргән осраҡта Пенсия фондына шәхсән килеү талап ителмәй.

Рәсәй Пенсия фонды идаралығы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы буйынса идарасыһы Фоат Хантимеровтың белдереүенсә, РФ Пенсия фонды идаралыҡтары буйынса 40133 ғариза ҡабул ителгән, 804 млн һум аҡса күсерелгән. Шул иҫәптән Пенсия фондының сайтындағы “Граждандың шәхси кабинеты” аша 1809 ғариза электрон формала алынған.

Пенсия фонды идаралығы тәҡдим иткән бөтә хеҙмәттәр һәм сервистар түбәндәге бер порталда тупланған: https://es.pfrf.ru/. Пенсия фонды идаралығының хеҙмәттәрен электрон вариантта алыу өсөн берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы булыуы мотлаҡ. Граждандарҙың уңайлылығы өсөн Башҡортостан Республикаһының бөтә булған Пенсия фонды идаралыҡтарында ла белгестәр дәүләт хеҙмәте порталында бөтә кешеләрҙе лә теркәү уҙғара һәм раҫланған иҫәп яҙмаһын булдыра. Әгәр ҙә быға ҡәҙәр граждан унда теркәлеү үткән булһа, уға бары тик логин һәм паролде файҙаланырға кәрәк.

Белешмә: Башҡортостан Республикаһында бөтәһе 253,7 мең әсәлек (ғаилә) сертификаты бирелгән. 136 меңдән ашыу кеше сертификатты тулыһынса, йәки өлөшләтә файҙаланған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Пенсия идаралығы фондының матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: