Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
10 Ноябрь 2016, 18:42

Өҫтәмә социаль түләү билдәләнде

Башҡортостан Республикаһы буйынса пенсионерҙарҙың пенсияһына өҫтәмә социаль түләүҙәр билдәләү өсөн йәшәү минимумы күләме раҫланды. 2017 йылда ул 8015 һум тәшкил итәсәк (2016 йылда 7842 һум ине).

Республикала 161 мең эшләмәүсе пенсионер 1 ғинуарҙан пенсияға федераль өҫтәмә социаль түләүҙе яңы күләмдә ала башлаясаҡ. Шуларҙың яҡынса 5 меңенә ул беренсе тапҡыр тәғәйенләнәсәк.

Өҫтәмә социаль түләү беренсе тапҡыр 2010 йылдың 1 ғинуарынан бирелә башлағайны. Социаль түләүҙең күләме һәр пенсионерға ҡарата айырым билдәләнә. Уға матди яҡтан нисек тәьмин ителеүе йоғонто яһаясаҡ: пенсия, бер тапҡыр бирелә торған түләү, ДМО, шулай уҡ төбәк түләүҙәре лә иҫәпкә алынсаҡ.

2017 йылдың 1 ғинуарынан пенсияға өҫтәмә социаль түләүе алыу өсөн уны беренсе тапҡыр юллағандарға ғына ғариза яҙырға кәрәк. Бының өсөн ағымдағы йылдың декабрендә пенсия алған урын буйынса Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сөнки өҫтәмә социаль түләүе ғариза яҙған айҙан һуң киләһе айҙың беренән башлап ҡына иҫәпләнә. Ә инде быға тиклем уны алып килеүсе пенсионерҙарға һәм 18 йәше тулмаған пенсия алыусыларға социаль өҫтәмә юллау өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.

БР буйынса Рәсәй Пенсия фонды идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: