Яҡташыбыҙ, билдәле шағирә, драматург, тәржемәсе, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мәжит Ғафури исемендәге халыҡ-ара фонды премияһы лауреаты Лилиә Һаҡмарға бөгөн алыҫ Белорусиянан ҡайнар сәләм килеп төшкән. "Билдәле шағирә Мария Мучинская минең бер шиғырымды беларус теленә тәржемә иткән һәм шул шиғырға ЙЫР яҙҙырған!!! Бөгөн шул йырҙы һеҙгә лә тыңлатырға булдым әле... Миңә бик оҡшаны! Бигерәк тә бөгөнгө бола заманда беҙҙе яҡындарға булған БӨТМӘҪ - ТӨКӘНМӘҪ ҺӨЙӨҮ генә ҠОТҠАРЫП ҡалыр кеүек", - тип Лилиә апай шатлыҡтары менән уртаҡлашты.
*ЫШАНАМ ҺӨЙӨҮЕҢӘ*
Ишетмәнем әле "Һөйәм!" һүҙен,
Иҫермәнем әле шатлыҡтан...
Төнгө күккә, ышынысым кеүек,
Түп-түңәрәк кенә Ай сыҡҡан.
Тик Ай сыҡҡан, ә һин күренмәйһең,
Килмәһәң дә көтәм өҙөлөп,
Юлдарыңа, ана, сәскә кеүек,
Ап-аҡ ҡарҙар ҡалған түгелеп...
Һин килмәҫһең бөгөн, һин алыҫта...
Туп-тулы Ай йөҙә яй ғына.
Сикһеҙ ышанам шул һөйөүеңә,
Урап үтә шуға ҡайғылар!
Лилиә_Һаҡмар
Бына ошо шиғырға яҙылған ул йыр...
Йырҙы ошо һылтанма аша инеп тыңлағыҙ: https://vk.com/wall-60402485_142807