Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
22 Июль 2025, 10:15

Шиғри минуттар

Бөгөн иртәнсәк интернет селтәрендә ауылдашым ижад иткән матур бер шиғырға юлыҡтым. Уны һеҙҙең иғтибарығыҙға ла тәҡдим итергә булдым: Ҡәртәсәйем уйлап,ҡоймаҡ ҡоям,Баҡыйлыҡҡа күскән көнө бөгөн.Йылы ғына ҡараш миңә ҡарай,Йылы ғына ҡулдар һыйпай иңем. Ипләп кенә һөйләшәбеҙ икәү:"Нисек хәлдәр, унда, ҡартәсәйем?Ҡартатайым, ағай, апай, нисек,Атайым да хәҙер унда тием..." "Балаҡайым, рәхәт хәҙер бында,Еңел генә, йомшаҡ ятҡан ерем.Балаларым янда, ҡартатаң да,Күҙәтәбеҙ бына һине бөгөн. Рәхмәт ҡыҙым, май еҫтәре сығарып,Мине уйлап, иҫкә алғаныңа.Борсолмағыҙ беҙҙең өсөн, рәхмәтДоға ҡылып, аят уҡығанығыҙға.." Яҡты хәтирәләр, матур иҫтәлектәр,Ҡәртәсәйле сағым күҙ алдымда.Ҡәртәсәйем менән күрешкәндәй,Булдым бөгөн ҡоймаҡ ҡойғанымда.  Сәлимә Усманова. 22.07.25

Ҡәртәсәйем уйлап,ҡоймаҡ ҡоям,
Баҡыйлыҡҡа күскән көнө бөгөн.
Йылы ғына ҡараш миңә ҡарай,
Йылы ғына ҡулдар һыйпай иңем.

Ипләп кенә һөйләшәбеҙ икәү:
"Нисек хәлдәр, унда, ҡартәсәйем?
Ҡартатайым, ағай, апай, нисек,
Атайым да хәҙер унда тием..."

"Балаҡайым, рәхәт хәҙер бында,
Еңел генә, йомшаҡ ятҡан ерем.
Балаларым янда, ҡартатаң да,
Күҙәтәбеҙ бына һине бөгөн.

Рәхмәт ҡыҙым, май еҫтәре сығарып,
Мине уйлап, иҫкә алғаныңа.
Борсолмағыҙ беҙҙең өсөн, рәхмәт
Доға ҡылып, аят уҡығанығыҙға.."

Яҡты хәтирәләр, матур иҫтәлектәр,
Ҡәртәсәйле сағым күҙ алдымда.
Ҡәртәсәйем менән күрешкәндәй,
Булдым бөгөн ҡоймаҡ ҡойғанымда.


 Сәлимә Усманова. 22.07.25

Эйе, әрүәхтәрҙе иҫкә алып, аяттар уҡытып, хәйерҙәр биреү - беҙҙең изге бурыс. Ҡәртәсәһе Файза Мөхлис ҡыҙы Раеваға арнап яҙған шиғыры өсөн ейәнсәре Сәлимә һылыуға рәхмәт!

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас