Бөтә яңылыҡтар
10
Шиғриәт
10 Ғинуар , 16:35

Гәзит уҡыусылар ижады

Яңы йыл байрамы алдынан редакцияға матур йөкмәткеле шиғырҙар бик күп килде. Шуларҙың бер нисәүһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итмәксебеҙ. Мерәҫ ауылынан Мәрйәм Килдейәрованың "Яңы йылға өмөт" исемле үҙе ижад иткән шиғыры: Донъя шундай яҡты, шундай гүзәл Ынйы ҡарҙар яуа, ҡарале. Ошондай ҙа шатлыҡ бүләк иткән Ниндәй гүзәл ер бар, әйт әле! Яйлап осоп аҡ күбәләк төҫлө Ғәзиз ерҙе япты сәскә-ҡар. Ҡышҡы моңдо тыңлап, яҙҙы көтөп, Саф хистәрҙе әйҙә көйгә һал. Пар аттарын егеп, ҡыңғырауҙар тағып, Беҙҙең яҡҡа саба Яңы йыл. Тик һиндә бит беҙҙең өмөтөбөҙ- Шатлыҡ-ҡыуаныстар алып кил! Йылылыҡта, тик шатлыҡта ғына Үтһен инде ғүмер юлыбыҙ. Ғүмерҙәргә бәрәкәттәр теләп, Атһын инде һәр бер таңыбыҙ. Уҫал аждаһаның эштәрен Һанап бөтөрөрлөк түгелсе? Һөйөнөстәр күпме? Көйөнөстәрме? Һәр кем яуаптары үҙенсә... Яңы йылым яңы юлдар асып, Туҡтата күр һуғыш аҙабын, Улдарыбыҙ ҡайтһын айҙай балҡып, Әсәйҙәрҙе Хоҙай аяһын... Эй, Яңы йыл, Яңы йыл! Ашҡынып көткәнде үҙең бел, Оноттороп күргән ҡайғыларҙы Йәнгә рәхәтлектәр алып кил, Бәхет асҡыстарын табып кил! Йыл эсендә барыһы ла булды: Юғалғаны булды-тапҡаны... Ҡара болот япты, ҡояш ҡалҡты Шатлығы ла тәҙрә шаҡыны. Аждаһаның бөтмәҫ ҡул эштәрен Тапшырайыҡ серле Йыланға. Йылы нурҙар бирһен үҫкән гөлгә Шат ғүмерҙәр бирһен сабыйға! Илем һалдатына - оло түҙем, Әсә-атайҙарға сабырлыҡ. Эй көтәбеҙ һинән серле Йылан Алып килсе ергә Тыныслыҡ! Эй, Хоҙайым барлыҡ бәндәңә лә Тик тыныслыҡ кәрәк, Тыныслыҡ!

Донъя шундай яҡты, шундай гүзәл

Ынйы ҡарҙар яуа, ҡарале.

Ошондай ҙа шатлыҡ бүләк иткән

Ниндәй гүзәл ер бар, әйт әле!

Яйлап осоп аҡ күбәләк төҫлө

Ғәзиз ерҙе япты сәскә-ҡар.

Ҡышҡы моңдо тыңлап, яҙҙы көтөп,

Саф хистәрҙе әйҙә көйгә һал.

Пар аттарын егеп, ҡыңғырауҙар тағып,

Беҙҙең яҡҡа саба Яңы йыл.

Тик һиндә бит беҙҙең өмөтөбөҙ-

Шатлыҡ-ҡыуаныстар алып кил!

Йылылыҡта, тик шатлыҡта ғына

Үтһен инде ғүмер юлыбыҙ.

Ғүмерҙәргә бәрәкәттәр теләп,

Атһын инде һәр бер таңыбыҙ.

Уҫал аждаһаның эштәрен

Һанап бөтөрөрлөк түгелсе?

Һөйөнөстәр күпме? Көйөнөстәрме?

Һәр кем яуаптары үҙенсә...

Яңы йылым яңы юлдар асып,

Туҡтата күр һуғыш аҙабын,

Улдарыбыҙ ҡайтһын айҙай балҡып,

Әсәйҙәрҙе Хоҙай аяһын...

Эй, Яңы йыл, Яңы йыл!

Ашҡынып көткәнде үҙең бел,

Оноттороп күргән ҡайғыларҙы

Йәнгә рәхәтлектәр алып кил,

Бәхет асҡыстарын табып кил!

Йыл эсендә барыһы ла булды:

Юғалғаны булды-тапҡаны...

Ҡара болот япты, ҡояш ҡалҡты

Шатлығы ла тәҙрә шаҡыны.

Аждаһаның бөтмәҫ ҡул эштәрен

Тапшырайыҡ серле Йыланға.

Йылы нурҙар бирһен үҫкән гөлгә

Шат ғүмерҙәр бирһен сабыйға!

Илем һалдатына - оло түҙем,

Әсә-атайҙарға сабырлыҡ.

Эй көтәбеҙ һинән серле Йылан

Алып килсе ергә Тыныслыҡ!

Эй, Хоҙайым барлыҡ бәндәңә лә

Тик тыныслыҡ кәрәк, Тыныслыҡ!

Мәрйәм Килдейәрова,

Мерәҫ ауылы

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: