Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Июнь , 17:12

Һүнмәһен өмөттәр!

Һәр йыл миҙгел ҡабатлана:Тағы ла килде йәмле йәй!Күңел һәр саҡ ныҡ шатлана:Сикһеҙ донъя - ғәжәп ниндәй!Бөтә ер йәшелгә сумған!Юҡҡа әйтелмәгән, белмәй:"Бер йәйге көн-йыл туйҙырған!"Һәр тереклек йәшәү теләй......Тик, күңелде бер уй тетә:"Ҡасан ҡәһәр һуғыш бөтә?!"Йөрәкте әрнетеп өтә:*Күпме йәш ғүмерҙәр китә..."

Һүнмәһен өмөттәр!
Һүнмәһен өмөттәр!

Һәр йыл миҙгел ҡабатлана:
Тағы ла килде йәмле йәй!
Күңел һәр саҡ ныҡ шатлана:
Сикһеҙ донъя - ғәжәп ниндәй!

Бөтә ер йәшелгә сумған!
Юҡҡа әйтелмәгән, белмәй:
"Бер йәйге көн-йыл туйҙырған!"
Һәр тереклек йәшәү теләй...

...Тик, күңелде бер уй тетә:
"Ҡасан ҡәһәр һуғыш бөтә?!"
Йөрәкте әрнетеп өтә:
*Күпме йәш ғүмерҙәр китә..."

Һаман бара ҙур ҡан ҡойош!
Туҡтамай туптар ярыла...
Кәрәкмәй ер бүлеш-үлеш:
Һәр яҡта - күптәр ҡырыла...

Тик, уйлайбыҙ: бурыс-таяныс!
Юғалтыуҙар - бушҡа түгел,
Һүнмәһен беҙҙең ышаныс!
Еңеү - беҙҙә, тән йәл түгел!

Сөнки, йән бит ул - мәңгелек!
Тәңре осҡононан яралған...
Донъяға килгән тәү-элек...
Батыр булып, кире юл алған!

Йәшәй батырҙар йырҙарҙа,
Эҙһеҙ булып һис юғалмай:
Донъялыҡта - күңелдәрҙә
Даны ҡала, мәңге юйылмай!
* * * * * * *
(6 июнь, 2024 йыл, Венера Багаутдинова)

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: