-1 °С
Болотло
Еңеү көнө
Оло байрам. Яҡты май ҡояшы
Зәңгәр күкте биҙәп, нур һибә.
Һеңгән инде, кипкән, килмәй ерҙән
Һалдат түккән ал ҡан еҫе лә.
Тупраҡ булды ситтә аҫыл ирҙәр,
Хәтерҙәрҙә ҡалды моң булып.
Һәр йыл ҡайта Еңеү байрамына
Үҙенән һуң тыуған көн булып.
Еңеү көнө - йәшле шатлыҡ көнө,
Туңып, янып, илап көткән көн.
Еңеүгә бер минут ҡалғанда ла,
Мең ғүмерҙе ҡыйып киткән көн.
Еңеү көнө - мәхшәр ҡупҡан саҡта,
Батырлыҡ әжәлде еңгән көн.
Өмөт йондоҙҙары ҡабынған төн,
Ер йөҙөнә йәшәү килгән көн.
Кайғы күлдәрендә йөҙөп, арып,
Хәлһеҙләнеп, ярға еткән көн.
Әжәл ауыҙынан тартып алып,
Беҙгә ғүмер бүләк иткән көн.
Әҡлимә Саяпова,
Бөйөк Ватан һуғышы ветералы