Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
2 Март , 09:58

ЙӘШЛЕК ҺӘМ ҠАРТЛЫҠ

    Мәңгелек бәхәстә булыр  Йәшлек үә ҡартлыҡ.  Табылырмы икән бер саҡ  Алтын урталыҡ.    Йәшлек хис менән алдыра,  Ҡартлыҡта - аҡыл.  Йәшлек яндырай, дыуамал,  Ҡартлыҡта - таһыл.     

ЙӘШЛЕК ҺӘМ ҠАРТЛЫҠ
ЙӘШЛЕК ҺӘМ ҠАРТЛЫҠ

 

Мәңгелек бәхәстә булыр 

Йәшлек үә ҡартлыҡ. 

Табылырмы икән бер саҡ 

Алтын урталыҡ. 

 

Йәшлек хис менән алдыра, 

Ҡартлыҡта - аҡыл. 

Йәшлек яндырай, дыуамал, 

Ҡартлыҡта - таһыл. 

 

Ҡартлыҡта тәжрибә, хәйлә –

Йәштә көс һәм дәрт! 

Йәшлек, ҡартлыҡ – икәүһе 

Бер тигән дәүләт! 

 

Йәшлек ярһыу, сәмле булһа, 

Ҡартта – сабырлыҡ, 

Алтын аҡыл, һәр шәйгә лә 

Яуап табырлыҡ. 

 

Йәшлек – йүгән күрмәгән тай –

Уйнаҡлап сабыр! 

...Бер әйләнеп үҙ ҡаҙығын 

Барыбер табыр. 

 

Ҡарт алашаға барыбер 

Бер килеп һағыр. 

Йәшлек, ҡартлыҡ гел йәнәшә 

Уҙышыр, сабыр. 

 

Олоһона тәүфиҡ бирһен, 

Йәшкә – мәрхәмәт, 

Алтын урталыҡты тотоп 

Йәшәү бер дәүләт. 

Гульзифа Исрафилова.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: